

Белем биреү учреждениялары араһында Аҡмулла исемендәге БДПУ республика кимәлендә, башҡорт телен үҫтереү, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү бурыстар ҡуйып фольклор байрамы конкурсын иғлан итте. Беҙ ҙә 73-сө балалар баҡсаһында был тәңгәлдә эш башларға ҡарар иттек. Сценарийҙы батырыбыҙ Салауатҡа арнап “Исемкәйең ҡайтһын, Салауат!” тип атаныҡ. Байрамды викторина рәүешендә үткәрергә ниәтләнек. Һорауҙар Башҡортостандың тарихы, ер-һыу атамалары, мәҙәниәтенә ҡағылды.
Әҙерлектә, балаларға темаға ҡағылышлы иллюстрациялар күрһәттек, ҡурай моңон тыҡланыҡ. Байрам башында Салауат Юлаевтың тормош юлы менән “...Әбей батша батырҙың исемен телгә алмаҫҡа, тигән бойороҡ бирә. Батыр исемен беҙ бөгөн ҡайтарабыҙ! Исемкәйең ҡайтһын, Салауат!” – тип таныштырҙыҡ. Әлбиттә, балаларҙы нисек тә ҡыҙыҡһындырырға кәрәк икән. Шуға беҙ был йәһәттән үҙенсәлекле алым уйлап таптыҡ: таҡтала ете тажлы ҡурай һәм ете һорау. Һәр һорау яуабының баш хәрефен теҙмәләп таждарға ҡуйып барҙыҡ, балаларҙы ике командаға бүлдек.
Әлбиттә, йомғаҡ ябай – ҡайһы команда дөрөҫ яуап ҡайтара – шул еңеүсе. Ял туҡталышында, боронғо, ата-бабаларыбыҙ бейегән бейеү ҙә кескәйҙәрҙе тыуған теле, тарихы хаҡында ҡыҙыҡһындырмай ҡалмағандыр. Салауат Юлаев тураһында шиғыр һөйләү, башҡортса уйындар уйнау – барыһы ла балаларға милли юҫыҡтағы бер матур байрам ине. Сығарылыш төркөмдән Раушания Иҫәндәүләтова “Башҡортостан-гөлбостан” башҡорт бейеүен бейеһә, финалда Радмир Сәйфетдинов һәм Иҫәндәүләтова Рушанияға ҡушылып “Ай-һай, Салауат” йырын йырланылар. Иң ҡыҙығы, урыҫ, сыуаш балалары ла бик әүҙем ҡатнашты. Йырҙың һүҙҙәрен, бейеү хәрәкәттәрендә яңылышмай ҡа-батлап торҙо кескәйҙәр беҙгә дәрт һәм ҡыуаныс өҫтәп! Артабан викторина һорауҙарына яуап ҡайтар-ғас, ҡурай тажында “Салауат” исеме сыҡты – балалар был күренеште бер мөғжизә һымаҡ ҡабул итте.
Әйткәндәй, республика кимәлендә ойошторол-ған конкурс йомғаҡтары буйынса мәктәпкә тиклемге төркөмдә балалар араһында 1-се урын яуланыҡ. Ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлашып, иң беренсе рәхмәтемде, конкурстың ойоштороусыларына, профессор Ләйлә Хөсәйенова, коллегам Майя Сәитғәлиеваға, ярҙам ҡулы һуҙған балаларҙың ата-әсәләренә, музыкаль яҡтан биҙәүсе Ирина Цепиловаға һәм, әлбиттә, мөдиребеҙ Гөлнара Йәминоваға, өлкән тәрбиәсе Наталья Шәмсетдиноваға белдерәм.
Алдағы йылдарҙа ла башҡорт теленә ҡағылған конкурстар йышыраҡ булһын! Белем биреү буйынса ойоштороу йәмғиәттәренә патриотик тәрбиә биреүгә лә өҫтөнлөк булһын ине, тип мөрәжәғәт иткем килә. Балаларҙы туған телдән айырмайыҡ, ил тарихына ҡыҙыҡһыныу уятайыҡ!
Әлфирә КӘРИМОВА, тәрбиәсе.