

Заманса йыһазландырылған тренажер залы ла уҡыусылырыбыҙҙы үҙенә йәлеп итә, бында улар үҙҙәренең һаулығын нығыта. Йәш спортсыларыбыҙ ҡалала, республикала уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәләр.
Ғинуар айы, мәҫәлән, ауыр атлетика менән шөгөлләнеүселәргә бик уңышлы булды. Камелия һәм Камил Юнысовтар республика кимәлендәге ярышта беренсе урын яулаһа, Айҙар Тәҡиуллин икенсе урынға сыҡты. Ҡала кимәлендәге волейбол ярышында ла ҡыҙҙар командаһы һынатманы. Ауыр атлетика секцияһын Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры – Пётр Никитин, ә самбо һәм волейбол секцияһын Рәсәйҙең спорт мастеры, юғары категориялы тренер Лилиә Сәләхетдинова алып бара. Уҡыусыларҙың еңеүгә өлгәшеүендә уларҙың роле бик ҙур!
Спорт залында ғына түгел, класс сәғәттәрендә лә тәрбиәселәребеҙ һаулыҡты нығытыу тураһында әңгәмә алып бара, эстафеталар һәм башҡа төр уйындар ойошторалар. “Һаулығыбыҙ – үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа!” – тигән девиз аҫтында йәшәй беҙҙең уҡыусыларыбыҙ!
Зөлфиә СӘЙФУЛЛИНА,
лицей-интернаттың юғары категориялы тәрбиәсеһе.
Автор фотолары.