

Башҡортостандың өс юғары уҡыу йорто коронавирусҡа бәйле хәлдең киҫкенләшеүе арҡаһында студенттарҙы дистантҡа күсерҙе. Һүҙ БДПУ, БДУ һәм БДАУ хаҡында бара. Был турала мәғлүмәт университеттарҙың сайттарында баҫылған.
Башҡорт дәүләт педагогия университетында - 3 февралдән 23-нә, Башҡорт дәүләт университетында 7 февралдән 13-нә тиклем дистант индерелде. 14 февралдән көндөҙгө бүлек студенттары корпуста үткәрелгән дәрестәргә килергә мөмкин (50 һәм унан күберәк кеше уҡыған дәрестәрҙән тыш).