Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Мәғариф
9 Февраль 2022, 05:05

Стәрлетамаҡта 22 меңдән ашыу уҡыусы дистанцион уҡыуға күсте.

Ҡалала 13 мәктәп тулыһынса, ә 23 мәктәптең 343 класы уҡыусылары өйҙән уҡыуға күскән. Был хаҡта ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде.

Стәрлетамаҡта 22 меңдән ашыу уҡыусы дистанцион уҡыуға күсте.Стәрлетамаҡта 22 меңдән ашыу уҡыусы дистанцион уҡыуға күсте.
Стәрлетамаҡта 22 меңдән ашыу уҡыусы дистанцион уҡыуға күсте.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, яңы коронавируслы инфекция 169 уҡытыусыла, йәғни, дөйөм белем биреү учреждениеларында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең 8 процентында, һәм 182 тәрбиәселә табылған. Балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең был 6 проценты.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡҡа  балаларға тәғәйенләнгән «Спутник М» вакцинаһы тағы ла  килтерелгән. Хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов ошо белдереүҙе ата-әсәгә еткерергә ҡушты.  Бынан тыш, мәктәп етәкселегенең уҡыусыларҙы дистанцион белем биреүгә күсереү-күсермәү мәсьәләһен үҙ-аллы хәл итергә хоҡуҡлы икәне һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас