Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Февраль 2022, 12:30

Тәрбиә генә түгел, хәүефһеҙлек тә мөһим

Балалар баҡсаларында ҡыҙҙар-малайҙарҙы бөтә яҡлап та үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләү – учреждениеларҙың төп бурысы. Шул уҡ ваҡытта ошо эште ойоштороуҙа ярҙам иткән, нигеҙ булып торған күренештәр бихисап. Бөгөн ҡалабыҙҙың 93-сө балалар баҡсаһы миҫалында шундай күренештәрҙең мөһим миҫалы – хәүефһеҙлек тураһында һүҙ алып бармаҡсыбыҙ.

Тәрбиә генә түгел, хәүефһеҙлек тә мөһим
Тәрбиә генә түгел, хәүефһеҙлек тә мөһим

Ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыу, хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау, әйтергә кәрәк, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә лә, учреждениела эшләгән хеҙмәткәрҙәргә төрлө бәлә-ҡазаларҙы урап үтеүҙә лә көнүҙәк булып ҡала. Был тәңгәлдән 93-сө балалар баҡсаһы профсоюз ойошмаһы үҙ бурыстарын бик яҡшы башҡара. Ойошма хеҙмәткәрҙәренә хәүефһеҙ эш шарттары һәм хеҙмәтте яҡшыртыу маҡсатында хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес, махсус уҡыуҙар үтеп, һәр ваҡыт белемен камиллаштыра. Ошо мәсьәләләргә арналған семинарҙар, уҡыуҙар ойошторҙы үтеү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.


Хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙ шарттар менән тәьмин итеү буйынса эш биреүсенең вазифаһына, шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә норматив документтарҙағы үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар менән таныштырыу бурысы йөкмәтелә. Эш урынында хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙ шарттарҙы пропагандалау йәрәхәтләнеүҙәрҙең һәм профессиональ сирҙәрҙең кимәлен түбәнәйтеүгә булышлыҡ итә. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш урыны буйынса профессиональ хәүефтәрҙе баһалау эштәре лә алып барыла. Әгәр ҙә ошо бар эштәрҙе алып бармағанда, зарарлы һәм хәүефле производство факторҙары тәьҫире һөҙөмтәһендә хеҙмәткәрҙәрҙең сәлә-мәтлегенә зыян килтереү ихтималлығы һаҡлана. Шуға күрә, балалар баҡсаһының хеҙмәт һаҡлау буйынса белгесе профсоюз ойошмаһы менән берлектә хеҙмәткәрҙәргә эш хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкәртеп тора, һәр хеҙмәткәр менән беренсел ярҙам, медицина, янғын һүндереү ҡорамалдары буйынса әңгәмә алып барыла.


Эйе, хеҙмәт һаҡлау буйынса белгестәр һәм профсоюздар булған ерҙә – хеҙмәткәрҙәр яҡлаулы, ниндәй генә сетерекле хәл тыуһа ла, таяныстары ныҡлы! Шуға хеҙмәт өлкәһендә һәр звено иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын!


И. ПОПУКАЙЛО,
хеҙмәтте һаҡлау буйынса вәкил,
Л. АБДУЛЛИНА,
93-сө балалар баҡсаһының беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе.

Автор:
Читайте нас: