Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Февраль 2022, 11:07

Стәрлетамаҡ уҡытыусылары призлы урындарға лайыҡ булды.

Стәрлетамаҡ уҡытыусылары IV "Аҡыллылар күнекмәһе” (“Навыки мудрых”) республика чемпионатында призлы урындарға лайыҡ булды.

Стәрлетамаҡ уҡытыусылары призлы урындарға лайыҡ булды.
Стәрлетамаҡ уҡытыусылары призлы урындарға лайыҡ булды.

"График дизайн" компетенцияһында беренсе урын Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Нона Әбдрәхмәноваға бирелһә, "Мәктәпкәсә белем биреү" компетенцияһында ҡаланың 88-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Оксана Харенко лайыҡ булды! Ә инде өсөнсө урынды "Социаль хеҙмәт" компетенцияһы буйынса Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусыһы Неля Ғибәҙуллина алды.
Әйткәндәй, Республиканың конкурс майҙансыҡтарында барыһы ла 12 компетенция буйынса көс һынашты. Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында өс компетенция буйынса ярыштылар: "График дизайн", "Мәктәпкәсә белем биреү" һәм "Социаль хеҙмәт".

Р.Бакирова, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 

Стәрлетамаҡ уҡытыусылары призлы урындарға лайыҡ булды.
Стәрлетамаҡ уҡытыусылары призлы урындарға лайыҡ булды.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: