Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Февраль 2022, 13:15

ДӘРЕС БИРЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, Ә МИЛЛӘТТЕ ТӘРБИӘЛӘҮ 3-сө гимназияла был эш нисек ойошторолған?

Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия – беҙҙең ҡалала ғына түгел, республика кимәлендә уңышлы эшләп килгән белем усағы. Ҡала шарттарында төплө белем биреү менән берлектә, милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре өлгөһөндә илһөйәрлек тойғолары, милли үҙаң тәрбиәләү, туған халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеү, үҫеп килеүсе быуын күңеленә телебеҙҙең нескәлектәрен һалыу – гимназиябыҙҙа педагогик коллектив алдына ҡуйылған мөһим бурыстарҙың береһе.

ДӘРЕС БИРЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ,  Ә МИЛЛӘТТЕ ТӘРБИӘЛӘҮ 3-сө гимназияла был эш нисек ойошторолған?
ДӘРЕС БИРЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, Ә МИЛЛӘТТЕ ТӘРБИӘЛӘҮ 3-сө гимназияла был эш нисек ойошторолған?

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратып уҡыйҙар

Уҡытыусы булыу – бик яуаплы эш. Көн һайын нисә күҙ һинән яңы, фәһемле, мауыҡтырғыс дәрес көтә. Бөгөнгө заман шарттарында туҡтауһыҙ үҙгәрештәр һәм үҫеш кисергән көндәрҙә беҙгә артта ҡалырға ярамай. Уҡытыусы заман менән бергә атларға тейеш. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булыу – икеләтә яуаплы эш. Заман алдында ғына түгел, ул үҙен тарих алдында яуаплы тоя, сөнки ул – тел һәм тарих һаҡсыһы, халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө менән киләсәкте бәйләп тороу-сы, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һаҡсыл ҡарашлы, сәләмәт рухлы, үҙ халҡының патриоты булған шәхес тәрбиәләүсе.
Гимназия директоры Айгөл Басир ҡыҙы Шаһисолтанова телде һәм тарихты өйрәнеүгә ҙур әһәмиәт бирә: “Башҡорт теле уҡытыусылары дәрес биреүсе генә түгел, ә милләтте тәрбиәләүселәр”, – тигән фекерҙә һәм үҙ ҡулы аҫтында эшләгән һәр тәрбиәсе һәм уҡытыусынан да шуны талап итә. Уҡырға килгән һәр ата-әсә менән уртаҡ тел таба белгән, заман талаптарын бик яҡшы күҙаллаған оҫта етәксе ул.
Гимназияла өс башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы эшләй: мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Сәфәрова, мин – юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рүзәлиә Әлимғужина һәм, йәш белгес булыуына ҡарамаҫтан, эш алымдарын оҫта ҡулланып, балалар һөйөүен яулаған Лилиә Юлгилдина. Заман һәм федераль яңы быуын белем биреү шарттарына яраҡлашып йыһазландырылған өс кабинет ойошторолған. Гимназияла уҡырға теләк белдереүсе барлыҡ балалар ҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратып уҡый. Һәр балаға, мөмкинселегенә ҡарап, индивидуаль эш алымдары ҡаралған.

Тарих менән танышырға бер ваҡытта ла һуң түгел!

Бөгөн ҡала шарттарында туған телде һаҡлау, туған телдә аралашыу үҙенсәлекле шарттарҙа бара. Гимназиябыҙға туған телен төрлө кимәлдә белгән балалар уҡырға килә. Башланғыс класс һәм баш-ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәр балаға ҡарата шәхсән күҙлектән сығып, дәрес материалын һайлай. Балаға мөмкин тиклем уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Шуға ла программаға ярашлы ике төркөмгә бүлеп уҡытыу ҡаралған: телде яҡшы үҙләштергән балалар менән дәрестә артабан телмәр үҫтереү, башҡорт телен фән булараҡ өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Әгәр балаға ваҡытында ғаиләлә туған телен өйрәнеү мөмкинселеге булмаған икән, тел һәм халҡыбыҙ тарихы менән танышыуҙы башлау бер ваҡытта ла һуң түгел – гимназияла еңелләштереп уҡытыу программаһы буйынса ҡаралған төркөмдәрҙә беҙ уларҙы көтәбеҙ.
Туған телгә арналған сараларҙа уҡыусылар әүҙем ҡатнаша һәм төрлө кимәлдәге уңыштарға ирешә, еңеүҙәр яулай. Йыл һайын уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың муниципаль этабында быйылғы уҡыу йылында ла шатланырлыҡ һөҙөмтәләр байтаҡ. Ижади конкурстарҙа ла гимназия уҡыусылары теләп ҡатнаша, төрлө конференцияларҙа һөҙөмтәле сығыш яһай.
Гимназияла ойошторолған барлыҡ тәрбиәүи саралар уҡыусыларҙа рух тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Арҙаҡлы шәхестәрҙең юбилейҙары айҡанлы саралар, китап туйҙары, хәтер кисәләре, мәртәбәле шәхестәр менән осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыуҙар – былар барыһы ла бала күңеленә яҡты эҙ һала, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй.

Үҙ телеңдә шиғыр өйрәтеү – оло бәхет!

Гимназияла башҡорт телен өйрәнеү күсәгилешлелек принцибына таянып эш-ләп килә. Телгә ихтирам һәм хөрмәт, һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш гимназия базаһында урынлашҡан балалар баҡсаһынан башлап тәрбиәләнә. Балалар баҡсаһында ойош-торолған эштәр тураһында тәрбиәсе Земфира Шәрипова шундай фекерҙә:
– Мәктәпкәсә йәштәге осор шәхес үҫтереүгә нигеҙ булып тора. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы базаһында “Алтынай” балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асыуға ла алты йыл үтеп киткән. Белем биреү учреждениеһы ҡарамағында балалар баҡсаһы ойоштороу яңы күренеш, тип иҫәпләнһә лә, хәҙер ата-әсәләр ҙә, педа-гогтар ҙа бындай күсәгилешлекте ыңғай баһалай, – ти Земфира Миңнеғәли ҡыҙы.
Балалар баҡсаһында төркөмдәр ҙә заман талаптарына тап килерлек итеп йыһазландырылған. Унда кәрәкле күргәҙмә материалдары, техник саралар, һүҙлектәр, методик ҡулланмалар тупланған. Тәрбиәселәр балаларҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ эш төрҙәрен һайлай.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы үҙ халҡының мәҙәни традицияларында тәр-биәләү һәм башҡортса таҙа һөйләшергә өйрәтеү – балалар баҡсаһының өҫтөн-лөклө эш йүнәлештәренең береһе. Ошо йылдар арауығында эш ата-әсәләр менән берлектә алып барылды. Мәҫәлән: ҡалабыҙҙың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары менән берлектә “Өләсәйҙәр һәм ейән-ейәнсәрҙәр” конкурсы, “Балан байрамы”н үткәреү, әкиәт-легендаларҙы сәхнәләштереү, “Милли кейем көнө” байрамы үткәреү – былар барыһы ла туған башҡорт телебеҙҙә үткәрелеп, балаларҙа илһөйәрлек хистәре тәрбиәләй.
– Кескәйҙәргә башҡорт телендә йыр-ларға, шиғырҙар ятлатырға, әкиәттәр һөйләргә өйрәтеү – оло бәхеттер ул, ә уларҙың һөҙөмтәләрен күреү – икеләтә бәхет, – ти тәрбиәсе Рәзинә Мәрҙәнова, башҡарған эштәргә һығымта яһап. Ғөмү-мән, тәрбиәселәр үҙҙәре лә, балалар ҙа бик күп конкурстарҙа, ярыштарҙа, хәҙер инде онлайн бәйгеләрҙә ҡатнашып торалар.
2021 йылда “Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” I Төбәк-ара конкурсында ҡатнашып, “Алтынай”ҙар еңеү яуланы һәм үҙ эштәренең бер юғары нәтижәһе итеп ҡабул иттеләр.

Күңел ҡуҙы башланғыс кластарға күсә

Балаларыбыҙ ата-әсәләренең пар ҡанаты аҫтында һау-сәләмәт, йомшаҡ, тәмле телле булып үҫһендәр. Туған телде өйрәнеү, уны ихтирам итеү, уның матур-лығы өсөн көрәшеү, киләсәк быуындарға тапшырыу – мәҙәниәтле, зыялы һәр кешенең изге бурысы. Мәктәпкәсә йәшкә тиклем һалынған күңел ҡуҙын үҫтереүҙе артабан үҙ эшен ихлас һөйөү менән башҡарыусы һәр башланғыс класс уҡытыусыһы дауам итә. Башланғыс класс уҡытыусылары – башҡорт телен белгән, үҙ эшенә яуаплы ҡараған тәжрибәле педагогтар. Төплө белем базаһын улар һәр балаға һөйөү менән сорнап бүләк итә. Төрлө саралар ойоштороп, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә башҡара улар был юҫыҡтағы эштәрҙе.
Ҡалабыҙҙа 90-сы йылдарҙа йәмғиәт талаптарына ярашлы асылған бөйөк шәхесебеҙ профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев исемен йөрөткән белем усағының балҡыштары алда булһын!


Рүзәлиә ӘЛИМҒУЖИНА,
башҡорт теле уҡытыусыһы.
Эльвира Хәзиева фотоһы.
Һүрәттә: мәҡәлә авторы 7-се «Б» класы менән дәрес мәлендә.

Автор:
Читайте нас: