Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Февраль 2022, 16:00

Сәй табынына татлы һүҙҙәр

Бөгөнгө көндә полимәҙәни һәм полилингваль уҡытыу белем биреү өлкәһендә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Төп маҡсат – балаларға һәр яҡлап үҫешеү мөмкинлеге биреү, әлбиттә.

Сәй табынына  татлы һүҙҙәр
Сәй табынына татлы һүҙҙәр

Беҙҙең 23-сө полилингваль мәктәптә лә был алым бик киң ҡулланыла. Башҡорт, рус, инглиз теле һәм икенсе сит тел булараҡ немец, француз, ҡытай, испан һәм төрөк телдәре уҡытыла. Күп телдәрҙе белеүҙең тура файҙаһынан тыш, был алымды ҡулланғанда балаларҙың аҡыл ҡеүәһе тулыраҡ асыла, донъя менән нығыраҡ таныша, уңышлы белгес булыуға нигеҙ һалына. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибар ҙур. Был тәңгәлдән дәрестәр генә түгел, төрлө мәҙәни-тәрбиәүи саралар ҙа мөһим роль уйнай. Уларға уҡыусылар ихлас ҡатнаша. Мәҫәлән, күптән түгел “Сәй эсеү йолалары” тигән темаға ошо юлдар авторҙары тарафынан оҫталыҡ дәресе үткәрелде.

Англияла һәм Башҡортостанда сәй эсеү йолаһын сағыштырыу һәм өйрәнеү булды. Уларҙың оҡшаш яҡтары һәм айырмалары ла тикшерелде. Һөйләшеү генә түгел, ысын сәй эсеү ҙә булды, әлбиттә. Уны шишмәнән һыу алып килеү йолаһынан уҡ башланыҡ.


Унда белем усағыбыҙҙың тел уҡытыусылары үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, уҡытыуҙа ҡулланған заман технологиялары менән таныштырҙылар. Килгән ҡунаҡтарға уҡытыу методикалары менән танышыу, виртуаль күҙлектәр аша хатта Лондон буйлап сәйәхәттә йөрөү мөмкинлеге булды, шулай уҡ дәрестә башҡортса һәм инглизсә сәй эсеп алдыҡ. Атап әйткәндә, ике мәҙәниәт нигеҙендә был татлы процесс мәлендә ҡулланылған һүҙҙәр, йолалар тураһында фекер алыштыҡ.
Ысынлап та сәй менән һыйлау, уны әҙерләү, яһау төрлө ерҙә төрлөсә икәненә инандыҡ. Барыһында ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан сарала күп асыштар ҙа булды. Көнөнә әллә нисә тапҡыр эскән сәй үҙенсәлектәре тураһында тамашасылар әҙ белеүҙәре асыҡланды. Нисек кенә булмаһын, үҙ телеңдә иркенләп һөйләшеп ултырып сәй эсеүгә етмәй инде ул!..

Венера ИГБАЕВА, Эльвира ХӨСНӨТДИНОВА,
23-сө полилингваль мәктәптең башҡорт һәм инглиз телдәре уҡытыусылары.
В. Игбаева фотоһы.

Сәй табынына  татлы һүҙҙәр
Сәй табынына татлы һүҙҙәр
Автор:
Читайте нас: