Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Февраль 2022, 17:00

Туған телем – татар теле

Кешегә туған теле, һулаған һауаһы, эскән һыуы, аяҡ баҫып йөрөгән ере кеүек, тәбиғи һәм ғәҙәти була. Телде белеү – илде, халыҡты белеү менән бер.

Туған телем – татар теле
Туған телем – татар теле

Башҡортостан – күп милләтле республика. Бөгөнгө көндә республика халҡының телдәрен үҫтереү, рухи-мәҙәни ҡиммәттәр аша аралашыу өсөн күп нәмәләр эшләнә. Әммә һәр кем үҙ телендә иркен аралашһын, үҫешһен өсөн эшләйһе эштәр күп. Шәхсән үҙем, ҡалабыҙҙың 81-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, татар теленән түңәрәк эшен башлап ебәрҙем, “4-6 йәштәрҙәге балаларҙы татар теленә өйрәтеү” программаһын төҙөнөм.


Беҙҙең балалар баҡсаһында һәр төркөмдә телмәр үҫтереү эше маҡсатлы рәүештә алып барыла: бала өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, уларҙы ишетеп, һүҙҙәрҙә уларҙың урынын таба белергә өйрәтелә. Өндө аңлатҡан билдәнең – хәрефтең киҫмә төрө менән таныштырыу, дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөп, үҙенең уй-фекерен башҡаларға еткерергә, йомаҡ сисергә, мәҡәл, шиғыр, хикәйәнең мәғәнәһенә төшөнөргә өйрәтеү кеүек һәм башҡа төрлө эштәр башҡарыла.


Туған телде өйрәткәндә, беренсе сиратта, балаларҙа уны яратыу хисе тәрбиәләнергә тейеш. Быға уңышлы сағыштырыуҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр, йомаҡтар, образлы һүҙҙәр, бала күңеленә хуш килерлек шиғырҙар, тылсымлы әкиәттәр, төрлө йырҙар, көйҙәр тыңлау, татар композиторҙары, музыка ҡоралдары менән таныштырыу аша ғына ирешергә мөмкин. Былар барыһы ла үҙ сиратында кескәйҙәрҙең һүҙ байлығын арттырырға, һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡуллана белергә ярҙам итә, минеңсә.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар менән һәр дәрестә туған телде өйрәнеү булырға тейеш. Мәҫәлән, тәбиғәт менән таныштырғанда Башҡортостанда йәшәгән хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын туған телдә ҡабатлау, дидактик уйындар, гербарий йыйыу, КВН һәм татар халыҡ уйындарын уйнатыу һ.б.


Рәсем дәрестәрендә Башҡортостандың һынлы сәнғәте тураһында мәғлүмәт еткереү ҙә отошло.
Тирә-яҡ мөхитте өйрәнгәндә балалар менән ҡа-ланың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәткә сығыу, “Кеше ҡайҙа йәшәй?”, “Беҙ йәшәгән өй”, “Беҙҙең ҡала урамдары”, “Минең ғәзиз ҡалам”, “Оло һәм кесе тыуған илем”, “Башҡортостан – беҙҙең йөрәктә” темаларына әңгәмә ҡороу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә.


Шулай уҡ театрлаштырылған эшмәкәрлек тасуири телмәр үҫешенә ҙур йоғонто яһай, унда – баланың тойғолары, эмоциональ кисерештәре, рухи байлыҡтары һанап бөткөһөҙ. Баланың ижади һәләтен үҫтереүҙә һәм уның үҙаллы эшмәкәрлегендә, хис-тойғоларҙы ки-серергә өйрәтә. Ошонан сығып, мин театр эшмәкәрлеге баланың телмәр үҫешендә ҙур роль уйнай тип әйтә алам.
Ғөмүмән, татар теленә өйрәтеү төркөмдәрҙә көн дауамында алып барыла: иртәнге, көндөҙгө, киске аш ваҡытында ла, саф һауаға йыйынғанда (кейенеү, сисенеү). Ә инде саф һауала майҙансыҡта уйын формаһында өйрәтелә.
Минең фекеремсә, әгәр әсәй-атайҙар ҙа, балалар һәм тәрбиәселәр ҙә берҙәм булып, бергәләп туған телгә өйрәтеү дауам итһә, татар теленең киләсәге бар.


Резида КАШАЕВА, тәрбиәсе.
Ольга Чурикова фотоһы.

Автор:
Читайте нас: