Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Февраль 2022, 15:00

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА!

Туған башҡорт телем... Унан да күркәм, йылы, яғымлы, ләззәтле тел бармы икән ул донъяла? Башҡорт телендәге йырҙар – сылтыр-сылтыр шишмә аҡҡандай, шиғырҙар әсәйҙең бишек йырындай күңелгә тыныслыҡ бирә, ә быуындан-быуынға, телдән-телгә күсә килгән әкиәттәребеҙ хыялланырға, мәҡәл-әйтемдәребеҙ, йомаҡтарыбыҙ тапҡыр һәм йор булырға өйрәтә.

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА!
ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА!

Телгә һөйөү тәрбиәләү, ысынлап та, бәләкәйҙән башланырға һәм артабан эҙмә-эҙлекле, маҡсатлы үҫтерелергә тейеш. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан ителгән. Ошо йәһәттән беҙҙең 33-сө мәктәптә йыл һайын “Дуҫлыҡ күпере” тигән бик матур тел байрамы үтә. Ата-әсәләрҙе төрлө халыҡтарҙың көй-моңдарын тыңлатыу, бейеүҙәрен ҡарап ял итеү, күргәҙмәләрҙә, интеллектуаль уйындарҙа ҡатнашыу өсөн саҡырабыҙ. Мәктәпте тамамлағас та беҙҙең уҡыусыларыбыҙ туған теле менән ғорурланыр, илебеҙҙең, телебеҙҙең данын арттырыр, милләтебеҙҙең лайыҡлы вәкилдәре булыр тип ышанабыҙ, өмөтләнәбеҙ.


Тыуған илебеҙҙә телде өйрәнеүгә иғтибар артты, республика етәкселеге яғынан күп шарттар булдырылды, телебеҙ яңы амплитуда менән юғары бейеклеккә күтәрелә башланы. Бөгөн беҙҙә закондар, программалар, дәреслектәр, мәктәптәр, проекттар, гранттар бар. Башҡорт телен үҫтереү өсөн нимә генә уйлап сығармайҙар, ошо юҫыҡта балаларға телде өйрәнеү өсөн бәләкәйҙән нигеҙ һалына. Шуныһы ҡыуаныс, 2020 йыл – “Башҡорт теле йылы”, 2021 йыл “Башҡорт тарихы йылы” булды, 2022 йыл иһә “Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы” тип иғлан ителде. Ошо йәһәттән күп төрлө матур байрамдар, саралар, интернет селтәрҙәрендә төрлө конкурстар, флешмобтар уҙғарыла һәм был мөһим сараларҙа уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнаша. Мифтахетдин Аҡмулла, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов ... Улар – һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә, рухыбыҙҙа, һәр саҡ халыҡ менән! Олуғ шәхестәребеҙҙең ҡанатлы һүҙҙәре күңелдәрҙе елкендереп, халҡыбыҙҙы алға әйҙәй, рухын ҡотайта. Ә беҙҙең уҡытыу эшмәкәрлегебеҙ тағы ла йәнләнә бара, күңелдәргә йылылыҡ бөркөлә, сәмләнеп, дәртләнеп эшлә лә эшлә генә! Туған телде ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, балаларыбыҙҙы ата-бабалар теленән мәхрүм итмәйек, гәзит-журналдар уҡыйыҡ, рәхәтләнеп саф башҡортса һөйләшәйек – барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда!


Гөлфиә ҺӨЙӘРЕМБӘТОВА,
33-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Артем Еленин фотоһы.
Һүрәттә: мәҡәлә авторы 6-сы класс уҡыусылары менән башҡорт әҙәбиәте дәресендә үткән «Минең яратҡан китабым» сараһында ҡатнаша.

Автор:
Читайте нас: