Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Март 2022, 16:00

Ҡарлы әкиәт иле

62-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, балаларҙың саф һауала йөрөү ялын файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү өсөн бар көсөн һала. Ҡыш көндәре урамда, бит остары алһыуланып, күҙҙәре янып торған, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән балалар уйнап, шаярып ҡына ҡалмай, сәләмәтлеген дә нығыта.

Ҡарлы әкиәт иле
Ҡарлы әкиәт иле

Ҡарҙан әүәләп, төрлө һындар эшләп, ҡаласыҡ яһарға тигән конкурс иғлан ителеү менән, тәрбиәселәр дәррәү эшкә тотондо. Был юлы улар спорт менән шөғөлләнеү өсөн эшләнгән майҙансыҡты матур бер әкиәткә әйләндерергә булды. Шунда уҡ кем нимә өсөн яуаплы булыуын белеп, иртәгәһен ошо урында, ошо сәғәттә осрашабыҙ тип таралыштылар.

Иртәгәһенә барыһы ла кәрәк-яраҡтарын тотоп сығып, эште башлап та ебәрҙеләр. Майҙансыҡты ҡарҙан таҙартып, һыу ташып әүәләй ҙә башланы ҡыҙҙар. Иң тәүгеләрҙән булып бәһлеүән айыу тороп баҫты. “Әйҙәгеҙ, балалар, ҡурҡмағыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ, ҡар йомарламдарын бәрегеҙ минең кәрзинемә”, тигәндәй, алғы ике тәпәйе менән ҡосаҡлап, кәрзин күрһәтеп, маһайып тора. Айыу ағайҙан йыраҡ түгел, башҡорт орнаменттары менән матур итеп биҙәлгән тирмә ултыра. Бик тылсымлы икән тирмәһе, балаларға шыуышып сығырға мауыҡтырғыс урыны ла бар. Бәй, тирмә янында йомарланып-йомарланып, оҙон йәшел йылан һуҙылып төшкән. “Бер үк минән ҡурҡмағыҙ, мин йыуаш йыланмын, тешләшмәйем, өҫтөмдән йүгереп үтегеҙ”, тигәндәй, оҙон телен сығарып ята бирә. Артабан, әҙ генә алға атлаһаң, ике ҡулын болғап, сағыу, матур кейемдә башҡорт ҡыҙы ҡаршылай. Серле генә йылмайып, үҙенең янына ымлап, саҡырып тора ул.

Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына булып күренһәләр ҙә, үҙенә күрә оҫталыҡ, һәләт талап итә ҡарҙан һындар әүәләү. Шулай ҙа эш еренә еткереп башҡарылған. Бик мөғжизәле ҡаласыҡ булды был. Балаларға рәхәтләнеп саңғы шыуырға ла, ҡар бәрешергә лә, мөкиббән китеп хоккей уйнарға ла, тәкмәс атып рәхәтләнеп шашырға ла урыны бар. Төрлө сағыу төҫтәргә буялған, ситтәре орнаменттар менән биҙәлгән тау, әлбиттә, балаларҙың яратҡан урыны. Сыр-сыу килеп, рәхәтләнеп тауҙан шыуалар. Уңайлы итеп эшләнгән күтәрмәһе лә, тотоноп менергә урыны ла бар уның. Тау шыуып арып китһәң, хәл алайым тип, яйлап ҡына лабиринт буйлап йөрөп сығырға ла була, тик аҙашма ғына...

Урамдан үткән һәр кеше, 62-се балалар баҡсаһы янында туҡталып, оҙаҡ итеп балаларҙың уйнағандарын күҙәтеп тора. Тик балалар ғына бер кемде лә күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә – уйнауҙарын беләләр. Сөнки мөғжизәле ҡаласыҡ уларҙыҡы ғына бит!

Зәлиә КАМАЛОВА, Алиса ИЛЬКИНА,
62-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.
Луиза Сергеева фотоһы.

Автор:
Читайте нас: