Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Март 2022, 10:05

Дәрес кенә түгел, тәнәфес тә мөһим

Балалар күп ваҡытын мәктәптә үткәрә. Дәрестең үҙ ваҡыты, ә бына тәнәфес ваҡытында күп уҡыусылар коридорҙа өй эштәрен ҡабатлай, телефондан һөйләшә, үҙ-ара аралаша. Уларға дәрестә генә түгел, ял мәлдәрендә лә яҡты, йылы мөхит булдырыу мөһим. Әлбиттә, мәктәптә йәм булдырыу өсөн ял итеү зонаһы кәрәк, әммә беҙҙең мәктәптә бындай шарттар әлегә юҡ. Әммә “Ял итеү зонаһы”, “ Күркәм йорт” проекты ярҙамында был етешһеҙлек юҡҡа сығыуы ихтимал.

Дәрес кенә түгел, тәнәфес тә мөһим
Дәрес кенә түгел, тәнәфес тә мөһим

Беҙҙең мәктәп етди уҡыу стилендә йыһазландырылған, ләкин беҙ мәктәбебеҙҙе йәмле, күркәм итеп тә күргебеҙ килә. Әлеге проект иһә инициатив бюджетлау проектында еңеп сыҡты. Интеллектуаль эштән һуң йәки тәнәфес ваҡытында ял итеп алыр өсөн беҙ ошо проектты тормошҡа ашырырға булдыҡ.

Беҙҙең маҡсат шул – уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтерергә, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға мөмкин булған берҙәм комплексты барлыҡҡа килтереү, һәр уҡыусының бәләкәй генә доньяһының идеаль моделен тыуҙырыу. Шул сәбәпле беҙҙең мәктәптәге ял итеү урыны – уҡыуҙы яҡшыртыу, һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу урыны булырға тейеш. Проект сиктәрендә тәнәфес ваҡытында уҡыусылар өсөн ял итеү һәм күңел асыу зонаһы булдырыу планлаштырыла, унда улар дәрестән һуң шашка, шахмат һәм башҡа интеллектуаль үҫеш уйындарын уйнай, хатта бейеү серҙәренә лә төшөнә ала. Шулай уҡ ял итеү урыны смена йәки тәнәфес араһында көтөү ваҡытын күңеллерәк итергә булышлыҡ итәсәк.

Татьяна СИРОТИНА,
21-се мәктәп директоры.

Дәрес кенә түгел, тәнәфес тә мөһим
Дәрес кенә түгел, тәнәфес тә мөһим
Автор:
Читайте нас: