Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Март 2022, 12:30

Барыһы ла – бала күңеле өсөн

Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, тиҙәр. Бигерәк тә яңы технологиялар заманында был сафлыҡҡа шытым бирерҙәй орлоҡ үҫтереүгә башҡорт әкиәттәре, йырҙары аша изгелек хистәре тәрбиәләүгә иғтибар итеү мөһим. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 62-се “Толпар” балалар баҡсаһы – тап шундай мәктәпкәсә белем биреү үҙәктәренең береһе.

Барыһы ла – бала күңеле өсөн
Барыһы ла – бала күңеле өсөн

Коллективта кескәйҙәрҙе ихлас яратыусы алсаҡ кешеләр эшләй. Һәр төркөмдәге кеүек үк, 2-се “Сулпылар” кескәйҙәр төркөмө тәрбиәселәре лә баланың үҫешеүе өсөн бар көсөн һала. Ике-өс йәшлектәр йөрөгән төркөмдә балаларҙың ваҡытын күңелле һәм фәһемле үткәреү өсөн һәр төрлө мөмкинселектәр бар.
Театр мөйөшөндә, мәҫәлән, бәләкәй күләмле әкиәттәр, хикәйә, һанашмаҡ, балалар өсөн яҙылған сағыу һүрәтле китаптар ҡуйылған. Битлек, костюмдар ярҙамында әкиәт персонаждары булып, “Шалҡан”, “Сыбар тауыҡ”, “Ҡуяндың ҡолағы ниңә оҙон?”, “Тирмәкәй” әкиәттәрен сәхнәләштереүҙә балалар ҙа теләп ҡатнаша.

Театр мөйөшө ата-әсәләр ярҙамында йыһазландырылған. Театр өсөн битлектәр, ҡурсаҡ театры өсөн ҡурсаҡтар, өҫтәл театры бөтәһе лә бар. Рәсем мөйөшөндә балаларҙы гуашь, сағыу буяуҙар, төҫлө ҡәләмдәр, бумала, төрлө трафареттар көтә. Ҡул, бармаҡ менән һүрәт төшөрөргә мөмкин. Унда йыш ҡына ата-әсәләр менән берлектә әҙерләнгән “Минең ғаиләм”, “Әсәйем”, “Беҙҙең төркөм” кеүек күргәҙмәләр эшләй.
Сенсорика үҙәге иһә “Парлы һүрәттәр”, “Төҫлө шарҙар”, “Берәү, күп” кеүек мауыҡтырғыс уйындар мөйөшөнә әйләнә. Бындай дидактик уйындар һанарға, төҫтәрҙе айырырға, ябай математик төшөнсәләрҙе танырға өйрәтә, геометрик фигуралар менән таныштыра, баланың аңын, иғтибарлығын, телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Физик тәрбиә лә үҙенсәлекле ҡуйылған бында. “Тирмә”, “Ҡурай” кеүек хәрәкәтле халыҡ уйындары аша балалар милли фольклор менән таныша, бәләкәйҙән башҡорт батырҙарына хас холоҡ-фиғелде, батырлыҡ, етеҙлек кеүек сифаттарҙы ғәйрәтле уйындар аша тойоп, белеп үҫә.
Ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиға тыуҙырып, уларҙы уйын ярҙамында сисеү, сюжетлы уйындарға, йыр-моңға өҫтәмә иғтибар биреү ҙә балалар күңелен яуларға ярҙам итә.
Ғөмүмән, һәр көн бала баҡсаға ашҡынһын өсөн, барыһы ла булдырылған “Толпар”ҙа. “Толпар” балалар баҡсаһы кескәйҙәр өсөн – “икенсе йорт”, үҫеш юлының беренсе баҫҡысы ул! Шуға күрә лә балалар беҙҙең баҡсаға бик теләп йөрөйҙәр.

Алиса ИЛЬКИНА,
Ризида ЮЛАМАНОВА,
“Толпар” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.

Автор:
Читайте нас: