Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Март 2022, 11:00

Иң яҡшы уҡытыусы Стәрлетамаҡта йәшәй

22 мартта «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсына һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәргә һәм призерҙарға наградалар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, хеҙмәттәштәре уларҙы ихлас алҡыштар менән сәләмләне.

Иң яҡшы уҡытыусы Стәрлетамаҡта йәшәй
Иң яҡшы уҡытыусы Стәрлетамаҡта йәшәй

Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан килгән мәктәп вәкилдәренә гуманитар ярҙам, шәфҡәтлелек күрһәткән өсөн Луганск Халыҡ Республикаһы Красный Луч ҡалаһы хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Башҡортостанда Луганск балалары өсөн 11 мең комплект канцелярия тауарҙары йыйылды.

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы «Йәш йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» йүнәлештәре буйынса үткәрелде.

Өфөнөң 112-се мәктәбенән башланғыс кластар уҡытыусыһы Анастасия Ногина — иң яҡшы йәш уҡытыусы, Өфөнөң 107-се лицейы уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов — иң яҡшы башҡорт теле, Дүртөйлө районы Исмаил ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Мырҙаева иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип танылды.

Ҡариҙел ауылының 1-се мәктәбенән инглиз теле уҡытыусыһы Зарина Ғәлләмова «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе булды, ә Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһы уҡытыусыһы Юлия Смехова конкурстың абсолют еңеүсеһе, шулай уҡ иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исемен яуланы.

Еңеүселәр аҡсалата приздар, дипломдар һәм почет грамоталары менән бүләкләнде.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы тип танылған 33 йәшлек Мирас Ишдәүләтовтың педагогик стажы күп түгел, ул мәктәптә 7 йыл ғына эшләй. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, мәктәпкә бармаҫмын тип уйлаған, сөнки унда эш хаҡы аҙ. Әммә бер нисә йыл үтеүгә егет фекерен үҙгәрткән.

«Мин мәктәпкә эшкә килгәнемә үкенмәйем, төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашыу, белемде даими камиллаштырыу дәрт өҫтәй, матди яҡтан проблемаларым юҡ. Уҡыусыларымдың олимпиадаларҙа еңеү яулауын күреп ҡыуанам, уларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышам», — тине Мирас Ишдәүләтов.

Башинформ.

Иң яҡшы уҡытыусы Стәрлетамаҡта йәшәй
Иң яҡшы уҡытыусы Стәрлетамаҡта йәшәй
Автор:
Читайте нас: