Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Март 2022, 12:04

400-ҘӘН АШЫУ ФӘННИ ЭШ АВТОРЫ.

Лилиә Абдуллина Стәрлетамаҡтың данын арттырҙы

400-ҘӘН АШЫУ ФӘННИ ЭШ АВТОРЫ.
400-ҘӘН АШЫУ ФӘННИ ЭШ АВТОРЫ.

Өфөлә “Торатау” конгресс-холда “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе – 2022” конкурсының финалында еңеүселәр билдәләнде һәм уларға юғары наградалар, дипломдар, кубоктар тапшырылды. Был конкурста финалға сыҡҡан 150 гүзәл зат араһынан етәксе, уҡытыусы Лилиә Абдуллина Стәрлетамаҡ ҡалаһының данын арттырып, “Ҡатын ҡыҙ – ғалимә” номинацияһында еңеү яулап ҡайтты. Лилиә Бакир ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ! Артабан иһә уның хаҡында мәҡәләбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

...Була бит шундай кешеләр: бар яҡлап та килгән, уңған, алтын ҡуллы, башҡарған һәр эшенә күңел йылыһын һалыусы, изге эштәргә рухландырыусы, йәше-ҡартына матур өлгө күрһәтеп йәшәй белеүсе! Бөгөнгө һүҙем ошо барлыҡ сифаттарға эйә шәхестәрҙең береһе – “Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы педагогика һәм психология факультеты деканы, башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллина тураһында булыр.
   Лилиә Бакир ҡыҙы Мәләүез районы Аптраҡ ауылының урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1986 йылда “Башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм өлкән пионервожатый” һөнәре буйынса Салауат педагогия училищеһын, ә 1991 йылда “Педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы” һөнәре буйынса Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Ошо йылдар эсендә ул тәүҙә тыуған яғында Хәсән ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы, аҙаҡтан Аптраҡ урта мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләй һәм уҡыусыларҙы йыр дәресенән уҡыта. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс белем биреү педагогикаһы кафедраһында хеҙмәт юлын 1991 йылда лаборант булараҡ башлай. 2004 йылда ул М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия университетында кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, педагогия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә булһа, 2008 йылда иһә математика уҡытыу теорияһы һәм методикаһы кафедраһы доценты исеме бирелә.
  2011 йылда педагогика һәм психология факультеты деканы итеп тәғәйенләнә. Шулай итеп, Лилиә Абдуллина үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлап, оҙаҡ йылдар тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары вазифаһын уңышлы башҡарып, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы педагогика һәм психология факультеты деканы, башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, педагогика фәндәре кандидаты, доцент дәрәжәһенә тиклем барып етә. Ул юғары уҡыу йортоноң төрлө баҫҡыстарын үтә: ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, кафедра мөдире, декан урынбаҫары, декан.
  Әле Лилиә Бакир ҡыҙы етәкселек иткән башланғыс белем биреү теорияһы һәм методикаһы кафедраһы ла уңышлы эшләп килә. Педагогика һәм психология факультетында белем һәм тәрбиә биреүҙе федераль дәүләт стандарттарына тап килтереп ойошторорлоҡ белгестәр әҙерләүҙә Лилиә Абдуллина етәкселек иткән коллективтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Бында эшләгән ғалим-уҡытыусыларҙың юғары уҡыу йорто студенттары өсөн яҙылған хеҙмәттәре, дәреслектәре, методик әсбаптары, практик ҡулланмалары заман талаптарына яуап бирә. Лилиә Бакир ҡыҙы декан вазифаһын биләгән осорҙа уҡыу-уҡытыу өлкәһендә байтаҡ ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелгән. 2015 йылда тарихҡа инерлек ваҡиға: “Башланғыс белем биреү” һәм “Педагогика һәм психология” йүнәлештәре буйынса магистранттарҙың тәүге сығарылышы була. Педагогика һәм психология факультеты базаһында йыл һайын “Мәктәп һәм юғары уҡыу йорто киңлегендәге белем: тәжрибә, проблемалар һәм перспективалар” Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы, “Башланғыс дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү: тәжрибә,проблема һәм перспективалар” Бөтә
Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Фәнгә тәүге аҙым” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы һ.б. ойошторолоп килә.
  Яуаплы бурыстар башҡарыуына ҡарамаҫтан, Лилиә Бакир ҡыҙы фән өлкәһендә лә әүҙемлек күрһәтә. Уның педагогика фәненең көнүҙәк мәсьәләләренә бағышланған ғилми хеҙмәттәре лә бихисап, уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға тәғәйенләнгән уҡыуметодик ҡулланмалары республика мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында киң файҙаланыла.
 – Вуздағы эштең үҙенсәлеге – ғилми эш өҫтөндә даими эш алып барыу. Минең тарафтан ошо йылдар эсендә 400-ҙән ашыу фәнни методик эштәр, 28 уҡыу һәм уҡытыу-методик әсбаптар баҫылып сыҡты. Шуларҙың өсәүһе Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы заказы буйынса сығарылды:
 “Беренсе тиҫтә һандар иленә сәйәхәт”, “Ҡыҙыҡлы математика” һәм “Математика дәрестәрендә тарихи мәғлүмәттәрҙе ҡулланыу”, – тип таныштырҙы үҙенең китаптары менән әңгәмәсем. Әйткәндәй, Мәскәүҙә уҙған уҡыу-методик баҫмалар күргәҙмәһендә “Иң яҡшы уҡыу-методик баҫмалар” өсөн Ватан фәненең алтын фонды Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе лауреаты исеменә лә лайыҡ була Лилиә Бакир ҡыҙы!
     Йыл да ул “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында жюри составында эшләй.
  – Йыл һайын ошо конкурста күңелем талпынып, рәхәтләнеп ултырам. Сөнки, унда бик йыш ҡына беҙҙең студенттар ҡатнаша. Уларға ҡарап һәр саҡ ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Был беҙҙең эштең һөҙөмтәһе тип ҡарайым, – ти Лилиә Бакир ҡыҙы.
   Оҫта етәксе, талантлы педагог Лилиә Бакир ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ә ирекмәнлек менән шөғөлләнеүен ишеткәс, мин уны бөтөнләй икенсе яҡтан астым. Ҡатын-ҡыҙға ғына хас яғымлылығы, йомшаҡлығы менән үҙенә тартып тора. Артыҡ сәбәләнмәйенсә, үҙ тормошон баһалай белә ул. Шулай булырға тейеш тә! Сөнки, уға кеше булыу ғына түгел, ә кешелекле булыу һәләте икеләтә бирелгәндер. Ниндәй генә осраҡта ла ул кешене һәр саҡ аңлай белә. Ошо йәһәттән Лилиә Бакир ҡыҙы инвалид балалары булған ғаиләләргә гел ярҙам итергә тырыша, бигерәк тә тәжрибәле психолог булараҡ, психологик ярҙам күрһәтә, төрлө тренингтар, семинарҙар үткәрә, “Мин һинең менән” ата-әсәләр клубы ла ойошторған.
  Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек- электән сая, көслө рухлы, итәғәтле, ғаилә усағын һаҡлаусы, балаларына изге әсәй, ирҙәренә тоғро ҡатын, шул уҡ ваҡытта гүзәл эшсе, йәмәғәт эшмәкәре булған. Был сифаттар тулыһынса Лилиә Бакир ҡыҙында ла сағыла. Улар тормош иптәше, отставкалағы офицер Рәфис Риф улы менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп, уларға лайыҡлы белем биреп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырғандар. Рәфис Абдуллин Федераль именлек хеҙмәтендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Бөгөнгө көндә БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында ул да уҡытыусы булып эшләй. Рәфис Риф улының да рухлы ир-уҙаман икәнлеген ишетеп, ғаиләлә ике лидерҙың нисек гармония булдырыуҙары тураһында ҡыҙыҡһынып һораным:
 – Беҙҙең арабыҙҙа һәр саҡ гармония булды. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, гел кәңәшләшеп йәшәйбеҙ. Ошо гармония бер-береңде ихтирам итеүҙән, бер-береңә иғтибарлы булыуҙан башлана, – тине Лилиә Бакир ҡыҙы. Ысынлап та, эшләгән эштәр, яулаған үрҙәр барыһы ла ғаиләләге гармониянан башланалыр. Ғаиләңдә барыһы ла тыныс булһа, эшең дә, юлың да уңа. Күңелдә лә гармония була.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: