Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Апрель 2022, 12:00

Бала беренсе класҡа уҡырға бара

1 апрелдә Башҡортостанда балаларҙы беренсе класҡа яҙыу башлана. Буласаҡ уҡыусыларҙың ата-әсәләре нимәләр хаҡында белергә тейеш? Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре менән берлектә ошо хаҡта һөйләйбеҙ.

Бала беренсе класҡа  уҡырға бара
Бала беренсе класҡа уҡырға бара

Кем мәктәпкә бара ала?
1 сентябргә 6,5 йәш тулып өлгөргән һәм һигеҙ йәшкәсә балаларҙы беренсе класҡа уҡырға биреү өсөн документтар һәм ғариза тапшырырға мөмкин. Баланың сәләмәтлек йәһәтенән сикләүҙәре булмауы шарт.
Әлбиттә, был ваҡыттан саҡ ҡына алдараҡ йәки һуңыраҡ та мәктәпкә барырға була, әммә бының өсөн үҙ районыңдың мәғариф идаралығынан рөхсәт алырға тура киләсәк. Шулай ҙа баланы ваҡытынан алда уҡырға бирергә кәрәкме икән – ошо хаҡта ныҡлап уйлағыҙ.


Ҡайһы мәктәпкә барырға?
Законға ярашлы, дәүләт балағыҙҙы мәктәптә урын менән тәьмин итергә тейеш. Әммә был һеҙҙең һайлау буйынса эшләнмәй, йортоғоҙ ҡайһы мәктәпкә беркетелгән – шунда бараһығыҙ.
Йорттарҙы билдәле бер мәктәпкә урындағы хакимиәт теркәй. Улар тарафынан ҡабул ителгән махсус документта ҡайһы йорттоң ниндәй мәктәпкә ҡарауы аныҡ билдәләнгән. «Үҙ» мәктәбеңдең һанын муниципалитеттың мәғариф идаралығы сайты аша асыҡларға мөмкин. Шулай уҡ телефонығыҙҙың камераһын һүрәттәге куар-кодҡа тоҫҡап, мәктәптәрҙе электрон комплектлау республика порталының (complect.edu-rb.ru) «Биләмәләрҙе беркетеү тураһында ҡарарҙар» бүлегенә инеп, әлеге һорауға яуап таба алаһығыҙ.
Әгәр йәшәгән урынығыҙ буйынса беркетелгән мәктәп ниндәйҙер сәбәптәр буйынса оҡшамаһа, икенсе белем усағы һайлауға хоҡуғығыҙ бар. Әммә балағыҙҙы төп ҡабул итеү тамамланғандан һуң, буш урындар ҡалған осраҡта ғына уҡырға аласаҡтар. Ни өсөн тигәндә, һеҙ «һәйбәт» тип һанаған мәктәптең үҙ уҡыусылары ла бар һәм уларҙы тәү сиратта ҡабул итергә тейештәр. Бында директорҙың ҡыҫылышы юҡ, сөнки был ҡағиҙә мәғариф тураһында федераль законға ярашлы нығытылған.


Ниндәй ташламалар ҡаралған
  Әгәр әлеге мәктәптә буласаҡ беренсе класс уҡыусыһының бер туған апаһы йәки ағаһы уҡыһа, ул өҫтөнлөк менән файҙалана.
Шулай уҡ былтырғы йылдың мартынан Рәсәй Мәғариф министрлығының бойороғона ярашлы, ата-әсәнең теләген иҫәпкә алып, бер туғандарҙы (ата башҡа, әсә бер йәки киреһенсә булған осраҡта ла) айырмаҫҡа тейештәр. Был элек тә шулай ине, әммә быға тиклем мәсьәлә мәктәп директоры ҡарамағында булды. Әгәр ул теләмәһә, алмауы ла ихтимал ине. Хәҙер быны эшләү – уның бурысы.
  Интернат тибындағы белем усаҡта­ры­на прокуратура, суд, тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренең балаларын сиратһыҙ алырға тейештәр. Интернат булмаған мәғариф учреждениеларында хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең (шул иҫәптән полиция хеҙмәткәре булып һаналмағандарҙың да) балалары сиратһыҙ алына.


Документтар тапшырабыҙ
Беренсе класс уҡыусыларының исемлеге түбәндәге тәртипкә ярашлы төҙөлә:
  өҫтәмә хоҡуҡ менән файҙаланған балалар (әлеге мәктәп уҡыусыларының һеңлеләре йәки ҡустылары);
  ташламаға эйә балалар;
  теркәү урыны буйынса килгән балалар.


Ғариза 1 апрелдән 30 июнгә тиклем бирелә. Урын етмәй ҡуйыр тип хәүефләнергә кәрәкмәй: мәктәптәр үҙ биләмәһе буйынса алдан уҡ анализ үткәрә, яңы уҡыу йылына нисә бала киләсәген күҙаллай һәм шуға әҙерләнә. Законға ярашлы һеҙгә тейеш булғанды аласаҡһығыҙ. Мәҫәлән, мәктәптә 100 урын бар, ә әлеге биҫтәлә уҡырға барырға йыйынған балалар һаны 200, ти. Мәғариф идаралығы, һеҙҙең менән килешеп, мөмкин тиклем яҡындан икенсе мәктәпте һайларға ярҙам итә.
Әгәр мәктәптә буш урындар ҡалһа, 30 июндән һуң теркәү урыны башҡа ерҙә булған балаларҙы ҡабул итеү башлана. Әлеге мәктәпкә беркетелгән буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре барыһы ла ғариза яҙып бөтһә, «ситтән» балалар алыу алдараҡ үткәрелә. Был хаҡта ваҡытында белеү өсөн белем усағының рәсми сайтындағы яңылыҡтар менән танышып барырға кәрәк.
Ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» йәки мәктәптәрҙе электрон комплектлау порталы complect.edu-rb.ru аша биреп була. Шунда уҡ ҡайһы мәктәптә нисә урын булыуын белешергә мөмкин. Һәр осраҡта ла һеҙгә шәхсән рәүештә мәктәпкә килеп, документтарҙың төп нөсхәһен ҡалдырырға һәм ғариза бланкын тултырырға кәрәк буласаҡ (уны мәктәптә бирәсәктәр). Ғариза биреү әлегә тулыһынса автоматлаштырылмаған, әммә яҡын киләсәктә был башланғыс ғәмәлгә инер, тип көтөлә.


Бына ниндәй документтар кәрәк:
  ата-әсәнең паспорты (төп нөсхә һәм күсермә);
  тыуыу тураһында таныҡлыҡ (төп нөсхә һәм күсермә);
  баланың теркәү урыны тураһында белешмә (паспорт өҫтәле аша заказ бирергә мөмкин).
Шулай уҡ өҫтәмә рәүештә кәрәк булыуы ихтимал:
  опека һәм попечителлекте раҫлаусы документтар;
  ата-әсәнең эш урынынан белешмә (ҡабул итеүҙә ташламаларға эйә булһағыҙ);
 психолог-медик-педагогик комиссия һығымтаһының күсермәһе (сәләмәтлек йәһәтенән проблемалар булһа).


Шулай уҡ түбәндәге ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйырға тейешһегеҙ:
 персональ мәғлүмәттәрҙе эшкәр-теүгә ризалыҡ;
  мәктәптең уставы, лицензияһы һәм башҡа рәсми документтары менән танышыуығыҙҙы белдергән ҡағыҙ.
Әгәр бөтә документтар ҙа теүәл булһа, ҡабул итеү тамамланғандан һуң өс эш көнө барышында (2022 йылдың 6 июленә тиклем) мәктәп директоры беренсе класҡа киләсәк балаларҙың исемлеге күрһәтелгән бойороҡҡа ҡул ҡуя. Теркәү урынынан ситтәге мәктәпкә ғариза биреүселәргә бойороҡ мөрәжәғәт иткәндән һуң өс көн эсендә әҙерләнә.


Ҡабул итеү тураһында бойороҡ
1. Әгәр һеҙ теркәү урыны буйынса мөрәжәғәт итһәгеҙ йәки льготаға эйә булһағыҙ
Мәктәп өс көн дауамында, йәғни 6 июлдән дә һуңға ҡалмайынса бойороҡ сығарасаҡ.
2. Әгәр теркәү урынынан тыш мөрәжәғәт итһәгеҙ
6 июлдән 5 сентябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Был осраҡта бойороҡ ғариза ҡабул ителгән көндән һуң биш көн дауамында сығарыла.

Ә БЫЛ ВАҠЫТТА
«Йыллыҡ» контроль эштәр көҙгә күсерелә
Коронавирусҡа бәйле хәл-торош арҡаһында Рәсәй мәғарифты күҙәтеү идаралығы мәктәптәрҙә Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен, шул иҫәптән дистанциялы алымда тапшырылырға тейеш булғандарын да, көҙгөлөккә күсерҙе. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, уларҙы 19 сентябрҙән 24 октябргә тиклем үткәреү күҙаллана.

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Бала беренсе класҡа  уҡырға бара
Бала беренсе класҡа уҡырға бара
Автор:
Читайте нас: