Ашҡаҙар
+20 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Май 2022, 13:05

Абитуриенттар Башҡортостан вуздарына онлайн уҡырға инә ала

Республика университеттарында һәм институттарында бөтәһе 12 381 бюджет урыны булдырыла.

Абитуриенттар Башҡортостан вуздарына онлайн уҡырға инә ала
Абитуриенттар Башҡортостан вуздарына онлайн уҡырға инә ала

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәте буйынса, республиканың ете юғары уҡыу йорто 2022-2023 уҡыу йылына бакалавриат, белгеслек һәм магистратура программалары буйынса 12 381 бюджет урынына абитуриенттар ҡабул итә. Шул иҫәптән аспирантураға – 151 кеше (былтырғы уҡыу йылында – 127), ординатураға – 933 кеше (былтыр иһә 715).

Йүнәлештәр буйынса һандар түбәндәгесә:

мәғариф һәм педагогика – 2371 урын;

геология, тау эше, нефть-газ эше һәм геодезия – 925;

машиналар эшләү – 870 урын;

информатика һәм иҫәпләү техникаһы – 869;

клиник медицина – 807 урын.

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары икенсе йыл инде «Вузға онлайн уҡырға инеү» сервисы ярҙамында «Дәүләт хеҙмәттәре» аша абитуриенттарҙан ғаризалар ҡабул итә.

Башинформ.

Фото ieac.ru

Автор:
Читайте нас: