Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Май 2022, 11:23

Радий Хәбиров уҡыусыларҙы Бөтә Рәсәй олимпиадаһында лайыҡлы һөҙөмтәгә ирешеүҙәре менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында республика уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһында яулаған уңыштары тураһында хәбәр итте.

Радий Хәбиров уҡыусыларҙы Бөтә Рәсәй олимпиадаһында лайыҡлы һөҙөмтәгә ирешеүҙәре менән ҡотланы
Радий Хәбиров уҡыусыларҙы Бөтә Рәсәй олимпиадаһында лайыҡлы һөҙөмтәгә ирешеүҙәре менән ҡотланы

«Уҡыусыларыбыҙ бөтә Рәсәй олимпиадаһында уңыштары менән йылдан-йыл нығыраҡ һөйөндөрә. 2019 йылда республикабыҙ 100 мең кешегә еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса Рәсәйҙә 35-се урында ине. 2020 йылда йомғаҡ яһалманы. 2021 йыл йомғаҡтарына ярашлы 16-сы урынға күтәрелһә, 2022 йылда ошо күрһәткес буйынса илдә 10-сы урынды алды. Лайыҡлы һөҙөмтә! Егет-ҡыҙҙарҙы ҡотлайым һәм уларҙың уҡытыусыларына яҡшы эш өсөн рәхмәт белдерәм», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

Ул Башҡортостанда һәләтле уҡыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын дәртләндереү системаһы ҡаралғанын билдәләп үтте.  

«Белеүегеҙсә, бындай уҡыусыларға юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ инеү хоҡуғы бирелә. Республика ла һәләтле балаларҙы, уларҙың уҡытыусыларын әүҙем ярҙам итеп тора. Әйтәйек, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңгән өсөн уҡыусыларға — 100 мең һум, призерҙарға 60 мең һум түләйбеҙ. Бынан тыш, йыл һайын беҙ 100 уҡыусыны — республика Башлығы стипендиаттарын һайлап алабыҙ, уларға уҡыу йылы дауамында ай һайын 3 мең һум аҡса бирелә. Эшебеҙҙе артабан да ошо йүнәлештә дауам итербеҙ, таланттарға ярҙам күрһәтербеҙ. Яңы еңеүҙәр көтәбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башинформ.

Радий Хәбиров уҡыусыларҙы Бөтә Рәсәй олимпиадаһында лайыҡлы һөҙөмтәгә ирешеүҙәре менән ҡотланы
Радий Хәбиров уҡыусыларҙы Бөтә Рәсәй олимпиадаһында лайыҡлы һөҙөмтәгә ирешеүҙәре менән ҡотланы
Автор:
Читайте нас: