Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Май 2022, 15:37

Стәрлетамаҡ уҡытыусылары ҙур премия алған

Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов "Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең - Бөтә Рәсәй, республика һәм ҡала профессиональ конкурстары еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ Бөтә Рәсәй  олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар әҙерләгән уҡытыусыларға" Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы премиялары тураһында"ғы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Стәрлетамаҡ уҡытыусылары ҙур премия алған
Стәрлетамаҡ уҡытыусылары ҙур премия алған

Документҡа ярашлы, 2022 йылдан башлап Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте тарафынан, ҡаланың мәғариф учреждениелары етәкселәре - Бөтә Рәсәй, республика һәм ҡала профессиональ конкурстары еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ Бөтә Рәсәй  олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар әҙерләгән уҡытыусыларға  премия тапшырыла.
100-шәр мең һум "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы", "Йыл педагогы" республика конкурсының абсолют еңеүселәре, "Йөрәгемде балаларға бирәм" Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәренә биреләсәк;
80 мең һум - "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы", "Йыл тәрбиәсеһе" республика конкурсы, "Йөрәгемде балаларға бирәм" Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәренә,
"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы", "Йыл педагогы" республика конкурсы, "Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә мәғариф ойошмалары педагогы" республика конкурсы, "Йөрәгемде балаларға бирәм" Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы номинациялары һәм лауреаттарына - 25 мең һум,
Халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеүселәрҙе әҙерләгән уҡытыусыларға - 28-30 мең, РФ кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеүселәрҙе әҙерләгән уҡытыусыларға- 25 мең, республика кимәлендәге олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусыларға- 10-15 мең һум түләнәсәк. 
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының педагогик ойошмалары һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә премия урындағы бюджеттан финанслана.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: