Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Май 2022, 12:18

АҠЫЛЛЫ ЙЫЛЫТМА, ВИРТУАЛЬ КЕЙЕМ ТЕГЕҮСЕ.

Йәки “Кем булырға?” проекты һөнәр һайларға ярҙам итә

АҠЫЛЛЫ ЙЫЛЫТМА, ВИРТУАЛЬ КЕЙЕМ ТЕГЕҮСЕ.
АҠЫЛЛЫ ЙЫЛЫТМА, ВИРТУАЛЬ КЕЙЕМ ТЕГЕҮСЕ.

Бөгөнгө тормош кимәле – кешенең тырыш хеҙмәт емеше. Хеҙмәт кешене кеше иткән. Кешене туйҙырыусы, кейендереүсе лә – һөнәр. Донъяла меңләгән һөнәр бар. Замана үҙгәрә барған һайын, тормош та яңы һөнәрҙәр талап итә. Ғүмерлек һөнәрҙе һайлау, әлбиттә, бик ауыр эш. Был хаҡта мәктәптә уҡығанда уҡ үк уйлана башларға кәрәк. Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһы уҡыусыларына дөрөҫ һөнәр һайларға “Кем булырға?” социаль-мәғариф проекты ярҙам итә.

Был проектты “Толтек-плюс” уҡыу үҙәге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы менән берлектә тормошҡа ашыра. Ул, әйткәндәй, республика гранттары конкурсында еңеүсе булған. Грант ярҙамы буласаҡ һөнәр эйәлеренә булышлыҡ итә.
– Был проект ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы һанлы һәм робототехника ижадына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай балалар күп осраҡта буласаҡ һөнәри эшмәкәрлек өлкәһен үҙаллы һайлай алмай. Бындай балаларҙың ижади түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөү мөмкинлектәре лә юҡ, – тип билдәләне, мәҫәлән, проект сиктәрнедә ойошторолған сираттағы сарала “Толтек плюс” уҡыу үҙәге директоры урынбаҫары Галина Хәсәнова ла.
   “Кем булырға?” сиктәрендә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн “Толтек плюс” уҡыу үҙәге хеҙмәткәрҙәре робот техникаһы, программалау, һанлы моделләү, 3D моделләү, пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу кеүек бер нисә йүнәлеш буйынса уҡытыу ойошторған. Балалар компьютер белгестәре һөнәри эшмәкәрлеге тураһында яңы белем үҙләштергән, программалау һәм робототехника өлкәһендә тәжрибә һәм оҫталыҡ туплаған, төбәк һәм бөтә Рәсәй юғары технологиялар фестивалдәрендә лә ҡатнашып өлгөргән. Әлеге “Кем булырға?” һөнәрҙәр фестивалендә лә ошо йүнәлештәр буйынса уҡыуҙар үткән балалар ҡатнашты. Улар – талантлы, әммә ауыр тормош хәлендә ҡалған, Стәрлетамаҡтың балалар йорттары һәм интернаттары тәрбиәләнеүселәре. Балалар яңы һөнәрҙәр тураһында өйрәнеп кенә ҡалмаған, фестивалгә килгән ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең эшләнмәләре менән дә таныштырып үтте. Был фестивалдә барыһы биш майҙансыҡ эшләне: пилотһыҙ осоу аппараттары, программалау, робот техникаһы, 3D-моделләү, кейем моделләү.
  Беренсе программалау майҙансығында – Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се лицей-интернаты уҡыусылары Камелия Юнысо-ва һәм Айһылыу Сәйфуллина Эльдар Мифтахов етәкселегендә “Аҡыллы теплица” уйлап сығарғандар, мәҫәлән. Айһылыу Сәйфуллина әйтеүенсә, “аҡыллы теплица” түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә: тупраҡ һәм һауаның дымлылығын, һауа температураһының баҫымын һәм һыу кимәленең юғарылығын контролдә тота, һыу бөтһә, сигнал килә һәм насос үҙе эшләй башлай, улай ғына ла түгел, теплица эсендәге температура 30 градустан ашҡан осраҡта, елләтеү системаһы ебәрелә, ҡулланыусы белерлек барлыҡ мөһим мәғлүмәттәрҙе махсус экранға сығара... Тәү ҡарашҡа, заманса йылытмаларға хас күренеш, бөгөнгө теплицаға ҡуйылған талаптар, әммә быларҙы (остаздары ярҙамында булһа ла) уҡыусы ҡыҙҙар уйлап сығарыуы һоҡландырмай ҡалмай. Киләсәктә был ҡыҙҙарҙан, үҙҙәре яһаған теплицанан шытым үҫенте булып киткән һымаҡ, әле проект ярҙамында инженерҙар ҙа сығыр әле!
 Әйткәндәй, быйыл Камелия менән Айһылыуҙың ижади проекты ошо вузда үткән “РОБОПРОМ – 2022” фестивале еңеүсеһе лә булған. Афарин, ҡыҙҙар! “Һанлы модельер” майҙансығында иһә Ишембай районы Петровский балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр шөғөлләнгән. Бында улар компьютер ярҙамында кешенең кәүҙәһенә килешерлек итеп кейем уйлап, уға яңы фасон, стилдәрен дә эшләп, аҙаҡтан ошо схема буйынса кейем теккәндәр. Әйткәндәй, үҙҙәренең заманса кейемдәрен үҙҙәре тегеп кейгән улар! Ошо йүнәлеш буйынса шөғөлләнгән ҡыҙҙарҙың береһе Динара Мамадалиева әйтеүенсә, уға был һөнәр менән танышыу бик оҡшаған, бөгөнгө көндә ул тегенсе, модельер һөнәренә уҡыу теләге менән яна.
 “3D моделләү майҙансығы”нда уҡыусылар ҡумта һәм машиналар ғына эшләп ҡалмаған, ә ҙур коттедж ҡасабаһын да төҙөгәндәр. Бының өсөн улар архитектура эшмәкәрлегенә һәм инженер һөнәренә таянып эш иткәндәр.
  – 3D моделләү һәм конструкциялау тураһында бер нәмә лә белмәй инем. Мәктәптә проекттарҙы күрһәткәненән һуң үҙемде һынап ҡарарға булдым, – ти 10-сы мәктәп уҡыусыһы Никита Тюмин.
 «Кем булырға?» тип аталған һөнәрҙәр фестивале аҙағында: “Был проекттың киләсәге бармы?» тигән һорауға “Толтек Плюс” уҡыу үҙәге директоры Азат Дәминев былай тип яуап бирҙе: – Был проектты беҙ артабан да үҫтерергә теләйбеҙ. Тормош үҙгәргән һайын ҡайһы бер һөнәрҙәр ҙә юҡҡа сыға, яңылары барлыҡҡа килә. Бында шөғөлләнгән уҡыусыларға беҙ замана һөнәрҙәрен белеп, аңлы рәүештә үҙҙәренә һөнәр һайларға ярҙам итәбеҙ. Был проектҡа уҡыусылар араһынан тест ярҙамында иң-иңдәре һайлап алынды, – тине ул.
Иң мөһиме: уҡыусыларҙың үҙҙәре һайлап алған йүнәлеш буйынса артабан да үҫешкеләре килә.

АҠЫЛЛЫ ЙЫЛЫТМА, ВИРТУАЛЬ КЕЙЕМ ТЕГЕҮСЕ.
АҠЫЛЛЫ ЙЫЛЫТМА, ВИРТУАЛЬ КЕЙЕМ ТЕГЕҮСЕ.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас в