+22 °С
Болотло
Бюджет урындары йылдан-йыл арта. 2018-2019 уҡыу йылында улар 9992 генә ине. 2023-2024 йылдарҙа 13 749 бюджет урыны планлаштырыла. 1,5 тапҡырға тиерлек артҡан. Популяр йүнәлештәр араһында — мәғариф һәм педагогика (2371 урын), геология, тау, нефть-газ эше (925 урын), машиналар эшләү (870), информатика һәм иҫәпләү техникаһы (869), медицина (807).
2023-2024 уҡыу йылында Рәсәйҙә 590 меңдән ашыу студент бушлай уҡый башлай. Тиҙ арала импортты алмаштырыу өсөн һөнәрҙәргә баҫым яһала, һанлы иҡтисад өсөн әҙерләүгә айырым иғтибар бүленә.
Башинформ.
Фото яндекс.