Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Май , 13:00

БЕҘ КӘРӘКЛЕ ҺӨНӘРҘӘРГӘ УҠЫТАБЫҘ!

Стәрлетамаҡ химия-технология колледжына сит өлкәләрҙән дә киләләр ...Әлбиттә, төрлө һөнәрҙәр бар донъяла, уларҙы һанап та бөтөп булмаҫ ине. Ҡайһыһы көнүҙәк мәғәнәгә эйә уларҙың, ҡайһыһы ваҡыт үтеү менән үҙ ҡиммәтен юғалта. Химик, лаборант, технолог, аппаратсы, көйләүсе, йүнәтеүсе... – былар иһә тормошта һәр саҡ кәрәк һөнәрҙәр, сөнки иҡтисадыбыҙҙың, йәмғиәтебеҙҙең, дәүләтебеҙҙең үҫеше кабинеттарҙа ғына ҡоролмай, нәҡ әлегеләй һөнәр оҫталарының хеҙмәт емеше ил терәге булып тора! Беҙҙең колледжда нәҡ ошо һөнәрҙәргә уҡытыла. Химиктар һәм ҡала көнө алдынан гәзит уҡыусыларға үҙебеҙҙең уҡыу йорто, ошо һөнәрҙәр тураһында бәйән итмәксебеҙ.

БЕҘ КӘРӘКЛЕ ҺӨНӘРҘӘРГӘ УҠЫТАБЫҘ!
БЕҘ КӘРӘКЛЕ ҺӨНӘРҘӘРГӘ УҠЫТАБЫҘ!

Кем булырға теләйһең?
Стәрлетамаҡ химия-технология техникумы 1964 йылда нигеҙләнеп, үҙенең төп ябай эшсе һөнәрҙәренең береһе итеп, химик анализ лаборанты һөнәренә әҙерләүҙе башлай. Һуңғы 60 йыл ағымындағы илебеҙ тарихы һәм иҡтисади үҫеше, үҙгәреш йылдары был һөнәргә кире йоғонто яһай алманы. Ул бөгөн дә заман талаптарына тулыһынса яуап биргән һөнәрҙәр рәтендә абруйлы урын алып тора. Яңынан-яңы ысул менан эшләүсе, яңы химик матдәләр етештереү менән бәйле предприятиеләр сафҡа инеүе алдынғы физик һәм химик анализлау ысулдарын белеүсе, эйә булыусы эшселәрҙе, белгестәрҙе талап итә.
Бөгөнгө көндә иһә физик һәм химик анализлауҙа яңы ҡатмарлы техник ҡорамалдар, теүәл приборҙар менән эшләү төп шарт булып тора. Шуға күрә лаборанттар – халыҡ хужалығының бар тармаҡтарында ла, тауар етештереү процесынан алып уның сифатын билдәләүгә тиклем анализлаусы, күҙәтеүсе мөһим һөнәр эйәһе лә, яуаплы эш кешеһе лә. Һөнәри үҫеш тә бер туҡтауһыҙ дауам ителеүгә зарур.

Заман талаптарына ярашлы
Ошо йылдар эсендә, әлбиттә, уҡыу йортобоҙ үҫте. Стәрлетамаҡ химия-технология колледжында уҡытыу системаһы йәш белгесте тулыһынса эшкә әҙерләү, заман талаптарына ярашлы һөнәрмән итеп өлгөртөү маҡсатында ҡоролған. Хөкүмәтебеҙ тарафынан ҡуйылған бурыстарға ярашлы, башланғыс һәм урта махсус һөнәри белем биреү һәм уҡытыу-тәрбиә усағы булараҡ, Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы дәүләт-федераль стандарттары сиктәрендә киләсәккә ынтылышлы рәүештә эшләй. Ул – республикабыҙҙа ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә танылған уҡыу йорттарының береһе. Бында уҡыған студенттарҙың ҡайһы яҡтарҙан икәнлеге ошо хаҡта һөйләй. Башҡортостандың төрлө райондарынан башҡа Ханты-Манси автономиялы округынан, ЯНАО, Удмуртия, Татарстан, Ырымбур, Төмән өлкәләренән килгән студенттар белем ала.
Йылдар дауамында яңы һөнәрҙәргә лә уҡыта башланыҡ. Бөгөнгө көндә “Электр һәм электро-механик ҡорамалдарҙы техник фай-ҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү”, “Һыуытҡыс компрессор машиналарын һәм ҡулайламаларҙы монтажлау һәм техник эксплуатациялау”, “Органик булмаған матдәләр етештереү технологы”, “Органик матдәләрҙең химик технологы” йүнәлештәре буйынса төрлө эшсе һөнәрҙәренә эйә булырға мөмкин. Тағы ла беҙҙең колледжда квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр әҙерләү программалары ла булдырылды. Электр станцияларын һәм селтәрҙәрҙе техник хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, электр ҡорамалда-рын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, иретеп йәбештереүсе, контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса слесарь, органик булмаған матдәләр етештереү операторы һ.б. һөнәрҙәргә эйә булалар.

Бөтә ерҙә көтөп торалар
Иң мөһиме, ошо һөнәр эйәләрен предприятие-ойошмаларҙа эшкә көтөп торалар. Ҡытлыҡ булғас, билдәле, уларға эш хаҡы ла юғары түләнә һәм яҡшы хеҙмәт шарттары билдәләнә. Ҡайҙа ғына эшләмәй беҙҙең студенттар! Стәрлетамаҡта ла, Өфөлә лә, Себерҙә лә, заводта ла, хакимиәттәрҙә лә... Стәрлетамаҡ химия-технология колледжында үҙҙәре теләгән һөнәргә эйә булып сыҡҡан студенттар айырыуса “БСК”, “Химремонт”, “Нефтехим”, “Авангард” заводтарына уңышлы эшкә урынлашып, артабан да эш квалификацияһын күтәреү маҡсатында уҡыуҙарын дауам итәләр. Бөгөнгө көндә колледж стажировка ойоштороу һәм уҡыуҙы тамамлағандарҙы эшкә урынлаштырыу маҡсатында хеҙмәт баҙарында төп эш биреүселәр сифатында сығыш яһаған ойошма һәм предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында оҙайлы килешеүҙәр төҙөгән. Улар араһында “Синтез-Каучук”, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы, “Химремонт”, “БСК”, “БашРТС”тарҙың булыуы күпте һөйләй.

Колледж ғорурлығы улар!
Беҙҙең студенттарыбыҙ 2017 йылдан башлап, Бөтә Рәсәй WORLDSKILLS чемпионатында даими ҡатнашып, “Лаборатор химик анализ”, “Химик технологиялар аппаратсыһы”, “Тимер ҡорамалдар етештереү” компетенциялары буйынса һөнәри белемдәрен һәм оҫталыҡтарын ҡулланып, 2-се, 3-сө урындар яулап килһә, “Табаҡлы металл эшкәртеү” компетенцияһы буйынса иретеп йәбештереү оҫтаһы һәм уҡытыусы Илфат Бикҡолов етәкселегендә 2018 йылда беренселекте яулай алдылар. Ә инде 2020-2021 йылдарҙа һаулыҡ яғынан сикләнгән уҡыусылар араһындағы төбәк “Абилимпикс” чемпионатында һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтеп, өс компетенциянан – “Йылылыҡ энергетикаһы”, “Машина төҙөү”, “Химик технология” буйынса ике йыл рәттән 3-сө һәм 2-се урын алыуға өлгәштеләр.
Ғөмүмән, тырышып уҡыған, фән менән шөғөлләнгән студенттарыбыҙ һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Мәҫәлән, төрлө йүнәлештә белем алып йөрөгән бер төркөм студенттар Илнур Бикмөхәмәтов, Руслан Ғәлиуллин, Ульяна Белова, Эльвира Заһиҙуллина, Данил Егоров, Айназ Һөйәрембәтов, Руслан Сибәғәтуллин, Евгений Абрамов, Кирилл Арзяев, Айҙар Бәхтиәров, Екатерина Зеленцова, Есения Ясинковская, Максим Логунов Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булдылар.

Ә Роман Туҡаев менән Николай Комаровҡа уҡыуға һәләттәре, ғилми эшмәкәрлектәге юғары һөҙөмтәләре өсөн Башҡортостан Башлығы стипендияһы тапшырылды. Шулай уҡ Вероника Сидорова һәм Айбулат Жданов Бөтә Рәсәй һәм республика олимпиадаларында, сараларҙа ҡатнашҡан өсөн – Башҡортостан Хөкүмәте стипендиаттары булды!

Пландар ҙур!
Әлеге көндө колледжыбыҙ коллективы йәш һәм әүҙем директоры Альберт Шәйхетдинов етәкселегендә киләсәк уҡыу йылына ең һыҙғанып әҙерлек эше алып бара. Әйткәндәй, колледж 2022-2023 яңы уҡыу йылына бюджет нигеҙендәге көндөҙгө уҡыу бүлектәренә барыһы 10 йүнәлеш буйынса уҡыусылар һәм студенттар ҡабул итә. Беҙ атап киткән һөнәрҙәргә эйә булып, киләсәктә лайыҡлы эш хаҡы алып, лайыҡлы тормош ҡорорға теләүсе егет һәм ҡыҙҙарҙы көтөп ҡалабыҙ.
Беренсенән, Башланғыс һөнәри һәм урта махсус белем биреү, кадрҙар әҙерләү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән сара – демоэкзамендарҙы (демонстрацион-эшләп күрһәтеү имтихандарын) үткәреү өсөн уҡыу йортобоҙҙоң техник-матди хәлен яҡшыртыу мәсьәләһе тора. Икенсенән, өҫтәлмә килем сығанағы булдырыу – пневматик атыу ҡоралына ҡулайлаштырылған колледж тирын ҡайтанан төҙөкләндерергә кәрәк. Артабан “А”, “В” категориялары буйынса автоһәүәҫкәрҙәр әҙерләү курсы булдырыу һәм онотолоп барған, әммә хәҙерге көндә лә бик кәрәкле тимерсе һөнәренә уҡытыу планлаштырыла, Шулай уҡ “Хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы”на уҡытыу курстары, студенттарыбыҙ-ҙың буш ваҡытын файҙалы ойоштороу ниәтендә ҡул көрәше секцияһы асыу ҙа ҡаралған. Бынан тыш, йәш быуынға белем биреү эшендә секция, түңәрәктәр генә мөһим түгел, ә һаулыҡтарын хәстәрләп туҡланыу процесын дөрөҫ ҡороу ҙа мөһим. Ошо йәһәттән күптән түгел колледжда туҡланыу системаһы ҡырҡа яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе – хәҙер студенттарыбыҙ чипсы һәм һуттар менән түгел, ә тәмле, әммә осһоҙ, йылы аш менән һыйлана.
Ғөмүмән, колледж киләсәктә төрлө яҡлап үҫешәсәк, тигән өмөттәр бар. Бының өсөн ныҡлы нигеҙ булдырыла башланы ла инде. Яҡшы һөнәрҙәргә уҡытыу өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу шарт!

    

Наилә ЮНЫСОВА,
Стәрлетамаҡ химия-технология колледжының социаль педагогы, Башкортостандың мәғариф алдынғыһы.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

БЕҘ КӘРӘКЛЕ ҺӨНӘРҘӘРГӘ УҠЫТАБЫҘ!
БЕҘ КӘРӘКЛЕ ҺӨНӘРҘӘРГӘ УҠЫТАБЫҘ!
Автор:
Читайте нас в