Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Июнь 2022, 16:33

Республика юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын 909-ға арттырҙы

«Ауыр имтихандар, романтик сығарылыш кисәләре, таң ҡаршылау артта ҡалды. Киләсәк хаҡында уйларға ваҡыт», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Республика юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын 909-ға арттырҙы
Республика юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын 909-ға арттырҙы

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын 909-ға арттырҙы, 2022/2023 йылдарҙа — 14 374. Компьютер уйындары һәм виртуаль симуляторҙар инженеры, стартаптар менторы, пилотһыҙ техниканы проектлаусы кеүек яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килде. Өфө дәүләт нефть техник университетында, Өфө дәүләт авиация техник университетында, Башҡорт дәүләт университетында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында үҙенсәлекле һөнәр үҙләштерергә тәҡдим ителә.

Ниндәй һөнәр һайларға кәрәклеген белер өсөн йәштәрҙең тағы бер айға яҡын ваҡыты бар. Документтар 27 июлгә тиклем ҡабул ителә. Быйыл колледждарға һәм юғары уҡыу йорттарына документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша ебәрергә мөмкин.

«Барығыҙға ла үҙ юлығыҙҙы табыуығыҙҙы, уңыштар теләйем. Беҙ һеҙҙе һәр ваҡыт өйҙә көтөп ҡалабыҙ», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: