Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Июль , 15:41

Ни өсөн үҙебеҙҙә уҡыу яҡшыраҡ

Республикала юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы башланды. Абитуриенттарға нимәләр тураһында белергә кәрәк? Ҡайһы уҡыу йортон һайларға? Үҙебеҙҙә ҡалырғамы, әллә ситтә бәхет эҙләргәме? Ошолар хаҡында һөйләйбеҙ.

Ни өсөн үҙебеҙҙә уҡыу яҡшыраҡ
Ни өсөн үҙебеҙҙә уҡыу яҡшыраҡ

Бюджет урындары күбәйҙе
Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең блогында хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында 14374 бюджет урыны бар, алдан планлаштырғанға ҡарағанда 909-ға күберәк. Тимәк, бушлай нигеҙҙә уҡыу мөмкинлеге артты, тигән һүҙ. Шулай уҡ беҙҙең вуздарҙа яңы, заманса уҡыу йүнәлештәре барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, компьютер уйындары инженеры, стартаптар менторы, пилотһыҙ техниканы проектлаусы. Был ғәҙәти булмаған һөнәрҙәрҙе ӨДНТУ, ӨДАТУ, БДУ һәм БДПУ-ла үҙләштерергә мөмкин.


Документтарҙы онлайн алымда биреп була

Быйыл документтарҙы 27 июлгә тиклем ҡабул итәләр. Абитуриент документтарын биш юғары уҡыу йортона, бер ыңғайҙан икенән алып унға тиклем йүнәлеш буйынса бирә ала. Һәр вуз лимитты үҙаллы билдәләй.
Бына ниндәй документтар кәрәк:
  Урта белем тураһында аттестат (ҡушымталары менән);
  паспорттың күсермәһе;
  ғариза;
  3х4 сантиметрлыҡ ике фотоһүрәт.
Документтарҙы уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһына алып килеп тапшырырға, вуздың сайты йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» аша онлайн алымда, шулай уҡ почта аша хат рәүешендә тапшырырға мөмкин.


Күршеләр беҙгә уҡырға килә
Юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың киң танылыу яулауын статистика мәғлүмәттәре лә күрһәтә. Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында һөйләүенсә, беҙҙә һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр студенттар менән уҡыусыларҙың ыңғай сальдоһы күҙәтелде. Ситтән өҫтәмә рәүештә ике меңдән ашыу студент уҡырға килгән. Был бик яҡшы күрһәткес.
Әммә нисек итеп уҡыу сифатының күрһәткесен шәхсән фекергә ҡарап түгел, ә башҡа факторҙарҙы ла иҫәпкә алып, ысынбарлыҡтағыса баһаларға? Бының өсөн мәғариф тармағы белгестәре йыл һайын уҡыу йорттарының рейтингын эшләй. Улар интернетта яҙылған хәбәрҙәргә түгел, объектив күрһәткестәргә – ғилми эштәр һөҙөмтәләренә, студенттарҙың әүҙемлегенә, уҡыуҙы тамамлағас, эшкә урынлашыу күрһәткесенә һәм башҡаларға таяна. Рейтингтарҙы еңелсә генә ҡарап сыҡҡанда ла, беҙҙең уҡыу йорттарының тәүге урындарҙы биләмәгән хәлдә лә (беренселектә – Мәскәү университеттары), ярайһы уҡ танылыулы булыуын күрергә мөмкин. Был айырыуса нефть тармағына бәйле инженер-техник йүнәлештәргә ҡағыла. Беҙҙең белгестәр төрлө тармаҡтарҙа эшләй, улар Рәсәйҙә һәм тотош донъяла ҙур һорау менән файҙалана.


Рейтингтарҙағы урындар
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә «Интерфакс» абруйлы университеттарҙың Милли рейтингын баҫып сығарҙы. Унда илдең 358 вузы ингән. Тәүге йөҙ араһында беҙҙең дүрт уҡыу йорто бар: Өфө дәүләт нефть техник университеты (41-се урын), Башҡорт дәүләт университеты (71-се), Өфө дәүләт авиация техник университеты (78-се) һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты (97-се). Шулай уҡ Башҡорт дәүләт педагогия университеты – 130-сы, Башҡорт дәүләт аграр университеты 144-се урында билдәләнде. Рейтингтың башында – М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, «МИФИ» Милли тикшеренеү ядро университеты һәм Мәскәү физика-техник институты (дәүләт университеты).
Әгәр үҫеш динамикаһын ҡарағанда, мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть техник университеты 59-57-се урындан 41-сегә күтәрелгән, медицина, педагогия, аграр университеттарыбыҙ ҙа күрһәткесте яҡшыртыуға өлгәшкән.
Башҡа тикшеренеүҙәр араһынан Forbes журналы, шулай уҡ иң абруйлы халыҡ-ара рейтингтарҙан һаналған THE – Times Higher Education Impact Rankings-тың 2021 йылғы күрһәткестәренә күҙ һалырға мөмкин. Улар тарафынан 94 илдең 1117 университеты тикшерелә. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: был рейтингтар беҙҙә БДУ һәм ӨДАТУ нигеҙендә ҙур университет һәм донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәге булдырыу хаҡында иғлан ителгәнгә тиклем төҙөлгән. Был яңылыҡтар төбәгебеҙҙең юғары белем биреү тармағына үҫеш өсөн етди мөмкинлектәр аса.


«Өйҙә» уҡыу яҡшыраҡ
«Тәүге унау» араһындағы федераль уҡыу йорттарына бюджет нигеҙендә уҡырға инеү хатта әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған отличниктарға ла мөмкин булмай. Ә коммерция нигеҙендә белем алыу – ғаиләгә ярайһы уҡ ҙур сығым.
Беҙ эре федераль университеттарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Уларҙа түләүле уҡыу йылына 300 мең һумдан башлана. Был беҙҙәге юғары уҡыу йорттарындағы хаҡтарҙан ике-өс тапҡырға күберәк. Бынан тыш, башҡа сығымдар ҙа етерлек буласаҡ. Мәскәүҙә ятаҡта урындар барыһына ла етмәй, шуға күрә яҡынса утыҙ-ҡырҡ мең һумға ҡуртымға фатир алырға йәки баш ҡала янындағы ҡала-ҡасабаларҙа йәшәп, көн һайын электричкала өсәр сәғәт уҡырға йөрөргә тура киләсәк.
Бынан тыш, туҡланыуға һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа сығымдар. Тағы 20 мең һум самаһы. Шулай итеп, «буласаҡ мәскәүле» өсөн атай менән әсәй йылына бер миллион һумға тиклем аҡсаһын сығарып һалырға тейеш. Был һәр ғаиләнең хәленән килмәй.
Әсәйҙең тәмле бәлештәре, бер тоҡ картуф, банкалағы тоҙло помидорҙар ҙа ураған һайын килеп тормаясаҡ.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Яҡшы уҡыған студенттарға вуздар үҙҙәре аҡса түләй

Башҡортостанда яҡшы уҡыған студенттар өҫтәмә түләүҙәр алыуға хоҡуҡлы. Мәҫәлән, БДИ-ны 100 балға тапшырып, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы вузға (беҙҙә әлегә БДУ һәм ӨДАТУ) уҡырға ингән студенттарға бер тапҡыр 150 мең һум аҡса бирелә. Был хаҡтағы Указға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ йөҙ баллылар йыл дауамында юғары стипендия алыуға иҫәп тота ала. Уларҙың күләме төрлө уҡыу йорттарында 10 меңдән 25 мең һумғаса тәшкил итә.

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас в