+30 °С
Болотло
2022 йылда федераль ҡаҙнала ябай мәктәптәрҙең класс етәкселәре өсөн 74,9 миллиард һум ҡаралған. Документҡа ярашлы, Башҡортостан йыл һайын ошо маҡсатҡа 2,3 миллиард һумдан ашыу аҡса алырға тейеш. Шулай итеп, 2022-2024 йылдарҙа республика мәктәптәренең класс етәкселәренә түләүҙәрҙең дөйөм күләме 6,9 миллиард һумдан ашыу була.
2020 йылда Президенттың ҡушыуы буйынса уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн өҫтәмә ярҙам тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Түләүҙең күләме — айына 5 мең һум. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың быға тиклем билдәләнгән өҫтәмәләре лә һаҡлана.
#Путин
Башинформ.