Ашҡаҙар
+14 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Июль 2022, 11:04

Башҡортостанда яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килде

Башҡортостанда яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килде. Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә Өфө фән һәм технологиялар университеты ойошторолдо.

Башҡортостанда яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килде
Башҡортостанда яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килде

Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков шундай бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын асыу тантанаһында Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев белдереүенсә, яңы вуздың ил һәм донъя кимәлендә танылыу яулау өсөн мөмкинлектәре ҙур.

Республика Башлығы Радий Хәбиров яңы юғары уҡыу йортон ойоштороуҙа ҡатнашҡан ғалимдар һәм ике вуз хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Өфө фән һәм технологиялар университетының уңыштарын әле үк атап үтергә була. Юғары уҡыу йорто “Өҫтөнлөк 2030” программаһына инде, башҡа мөһим проекттар тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда алдынғы юғары уҡыу йорттарын берләштереп Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ойошторола. Киләсәктә ул илдәге тәүге биш вуз исемлегенә инергә тейеш.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас: