

Тура трансляция социаль селтәрҙәрҙә лә алып барыла. Эфир ваҡыты 21 июль, киске сәғәт 7-лә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров фекеренсә, ике уҡыу йортон берләштереү Рәсәйҙә ҡеүәтле фән, мәғариф һәм технологиялар үҙәген булдырырға мөмкинлек бирә. Белем биреү процессында, фәнни-эҙләнеүҙәр эшендә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә, Студенттар һәм уҡытыусыларға ниндәй юлдар асыла, Башҡортостан юғары белем биреү мәктәбенең киләсәге ниндәй һәм ул заман талаптарына яуап бирәме.
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Башҡортостан юлдаш телеканалында табырға мөмкин.
Баш ньюс.