

Осрашыуҙа тармаҡтың әйҙәүсе белгестәре һәм проектлау ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостан башлығы Өфөнөң 450 йыллығына арналған күләмле саралар, Евразия мәғариф һәм фән үҙәгенең вуз-ара кампусы, Евразия китапханаһы кеүек баш ҡалала төҙөләсәк мәҙәни-мәғариф учреждениеларының мөмкинлектәрен барланы.
Кәңәшмәлә шулай уҡ район-ҡалаларҙың үҫеш йүнәлештәре, заманса архитектура башланғыстары һәм ҡала төҙөлөшө өлкәһендә белгестәр әҙерләү мәсәьәләләре тикшерелде.
Баш ньюс.