Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
24 Август 2022, 10:33

Полилингваль мәктәп: тәүге тәжрибә һәм перспективалар

Белем биреүҙе конкурентлыҡҡа һәләтле итеү, киләсәк быуындың гармониялы үҫеше өсөн шарттар булдырыу – дәүләтебеҙҙең иң мөһим бурыстарының береһе. Ошо йүнәлештә Башҡортостанда ла әһәмиәтле эштәр башҡарыла.

Полилингваль мәктәп:  тәүге тәжрибә һәм перспективаларПолилингваль мәктәп:  тәүге тәжрибә һәм перспективалар
Полилингваль мәктәп: тәүге тәжрибә һәм перспективалар

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары буйынса республикала бөтәһе 15 полилингваль күп профилле мәктәп асылырға тейеш. Был маҡсаттарҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров башҡорт теле уҡытыусыларының I съезында билдәләп үткәйне.
Полилингваль мәктәп... Ниндәй булырға тейеш һуң ул? Тәү ҡарашҡа, был мәктәптәрҙә телдәрҙе өйрәнеүгә айырым иғтибар бүленһә, ҡайһы бер уҡыу предметтарын – дәүләт теле булған башҡорт һәм донъяуи телдәрҙең береһе – инглиз телендә алып барыласағы күҙалланды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө мәктәбе өс йыл элек кенә асылды, полилингваль мәктәп статусын алыуына – ике йыл.
Мәктәптә белем биреү башлыса рус телендә, полилингваль кластарҙа билин-гваль форматта башҡорт һәм инглиз телендә алып барыла. Туған телдәр булараҡ, рус, башҡорт һәм татар телдәре уҡытыла.
Тел практикаһын әүҙемләштереү маҡсатында интеграцияланған дәрестәр үткәрелә, дәрестән тыш саралар ҙа башҡорт һәм инглиз телдәрендә алып барыла.

Мәктәптә туған һәм сит телдәргә арналған аҙналыҡтар, төрлө телдәрҙә йыр конкурстары, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторола. Полилингваль кластар башҡорт һәм инглиз телендә спектаклдәр ҡуя, йырлайҙар, шиғыр һөйләйҙәр.
Әлеге ваҡытта бер-нисә йүнәлеш буйынса профилле кластар тупланған, Рәсәй гвардияһы кластары бар.

Беҙҙең уҡыусылар ҙа, уҡытыу-сыларыбыҙ ҙа төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Әле яңы ғына Рәсәй Президенты грантына эйә булдыҡ. Гранд сиктәрендә республика мәктәптәре араһында «Урал батыр» эпосы буйынса мультимедиалы уйын ойошторолдо.
Инновацион белем биреү йорто булараҡ, беҙ хеҙмәттәшлеккә һәр саҡ асыҡбыҙ.

Күрше генә булған 31-се балалар баҡсаһы менән килешеү төҙөлдө. Уларҙа ла полилингваль төркөм бар, тәрбиәселәр менән уҡытыусылар тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Мәктәпкәсә әҙерлек курстары сиктәрендә балалар полилингваль төркөмгә лә ҙур теләк менән йөрөйҙәр.

Беҙҙең педагогтар төрлө һөнәри бәйгеләрҙә ҡатнаша. Мәктәп миссияһын беҙ “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ла пропагандалайбыҙ. Уҡытыусылар үҙ эшмәкәрлегендә IT, CLIL, ЭдуСкрам, BYOD һәм башҡа заманса технологиялар ҡуллана.
Полилингваль белем биреүҙә тәүгеләрҙән булыуға ҡарамаҫтан, төрлө сараларҙа тәжрибәбеҙ менән уртаҡ-лашабыҙ. Әлеге көндә эшләп килгән һәм буласаҡ полилингваль мәктәп етәкселәре, методистар өсөн былтыр түңәрәк өҫтәл ойоштороп, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ, алдағы көнгә пландар ҡорҙоҡ.

Телдәр өйрәнеү уны практикала йыш ҡулланғанда ғына уңышлы була. Телдә һөйләшәбеҙ икән, тимәк, беҙ уны йәшәтәбеҙ, ғүмер бирәбеҙ!

Гөлнар Ғималова,
23-сө мәктәптең директор урынбаҫары.

Полилингваль мәктәп:  тәүге тәжрибә һәм перспективалар
Полилингваль мәктәп: тәүге тәжрибә һәм перспективалар
Автор:
Читайте нас