Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Мәғариф
30 Август 2022, 06:06

ИСЕМЕ ҮҘГӘРҺӘ ЛӘ, ЕСЕМЕ ҮҘГӘРМӘЙӘСӘК!

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында белем алған студенттар бөгөн республикала ғына түгел, Рәсәйҙең, донъяның күп ҡалаларында, үҙҙәрен ысын профессионал итеп танытып, уңышлы эшләп йөрөй. Уның директоры Сыров Игорь Анатольевич эшенә заманса ҡарашы һәм етди, төплө уйҙары менән ҙур коллективты етәкләй. Ул сығышы менән Салауат ҡалаһынан. Бала саҡтан спорт мәктәбендә белем ала, бигерәк тә баскетбол менән шөғөлләнергә ярата. Улай ғына ла түгел, Игорь Анатольевич уҡыған саҡтарында баскетбол буйынса “Спорт мастерына кандидат” исеменә лә лайыҡ була. Мәктәпте уҡып бөткәндән һуң, ябай эшселәр ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫкән малай, «Салауатнефтеоргсинтез” производство берекмәһенең автоматика һәм контроль-үлсәү приборҙары цехына слесарь булып эшкә инә.

ИСЕМЕ ҮҘГӘРҺӘ ЛӘ, ЕСЕМЕ ҮҘГӘРМӘЙӘСӘК!ИСЕМЕ ҮҘГӘРҺӘ ЛӘ, ЕСЕМЕ ҮҘГӘРМӘЙӘСӘК!
ИСЕМЕ ҮҘГӘРҺӘ ЛӘ, ЕСЕМЕ ҮҘГӘРМӘЙӘСӘК!

– Элек мәктәптәрҙә уҡытыу-производство комбинаты тип йөрөтөлгән структуралар булды. Бында аҙнаһына бер тапҡыр өлкән класс уҡыусылары белем ала торғайны һәм мәктәпте тамамлағанда тағы ла өҫтәмә һөнәргә эйә булып сығалар ине, – ти Игорь Анатольевич. 
  Аҙаҡтан армия сафтарына алынып, өс йыл хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, «Салауатнефтеоргсинтез” заводында эшләүен дауам итә. Шул ваҡыттарҙа ул юғары уҡыу йортона инеү теләге менән яна башлай һәм, ситтән тороп уҡыу бүлегенә рабфакка (әҙерлек бүлеге) уҡырға бара. 1987 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә.
  – Ниндәй йүнәлеш буйынса барырға икәнлеген бик оҙаҡ ҡына һайланым. Тарих һәм филология факультеты деканы, бик хөрмәтле кеше, ғалим Булат Баҡый улы Ғафаров мине филология факультетын һайларға өгөтләне. Мин уның кәңәшен тотоп, филология факультетына уҡырға инеп киттем. Ошо һөнәрҙе һайлауыма бер ҡасан да үкенгәнем булманы, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты БашДУның Стәрлетамаҡ филиалы директоры Игорь Анатольевич Сыров.
  Ысынлап та, тиҫтерҙәренән етдилеге менән айырылып торған, үткер ҡарашлы егеткә ҡарата Булат Ғафаровтың өмөтө аҡлана, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында Игорь Анатольевич тәүҙә үҙен көслө педагог булараҡ күрһәтһә, хәҙер ул булдыҡлы етәксе булараҡ танылған да инде. Шуғалырмы, 1992 йылда институтты ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгескә ошо уҡ институтта рус теле кафедраһында эшләргә тәҡдим итәләр.
   – Шул ваҡыттарҙан алып институтым, хәҙер инде БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан айырылғаным булманы. Миңә бында уҡыуы ла оҡшай торғайны, эшем менән дә ныҡ ҡәнәғәтмен. Бындағы тормош күңелемә яҡын, – ти етәксе.
  – Әлеге көндә лә педагог һәм директор юлдары бер-береһе менән нескә генә үрелеп килә, тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Сөнки, студенттар менән эшләүҙе дауам итәм, уларға лекциялар уҡыйым, семинарҙар үткәрәм. Йәштәр менән эшләүе бик ҡыҙыҡ, улар менән аралашыу артабанғы үҫеш өсөн дәрт бирә. Ғилми мәҡәләләремдең күбеһе студенттарҙың дәрестәрҙәге һорауҙарына бәйле. Ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған университетыбыҙ һәр ваҡыт яңынан- яңы үрҙәр яулай. Республиканың ике эре юғары уҡыу йортон ҡушыу ҙа уны урап үтмәй, был барыһы өсөн дә үҙе бер тарихи ваҡиға.

– Беҙҙә быға тиклем бындай проекттар булғаны юҡ ине. Студенттарға килгәндә, ниндәй шарттарҙа уҡырға ингән, улар өсөн шулар һаҡланасаҡ. Уҡып бөткәндән һуң, “Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы”н тамамланы тигән яҙыу буласаҡ. Быйылғы ҡабул итеү кампанияһы уҡыу йорттарында айырым алып барыла, ә уҡырға ингән студенттар яңы исем менән аталған университетта уҡый башлаясаҡ. Ике уҡыу йортон берләштереү, республикабыҙҙың мәғариф һәм фән өлкәһендә үҫешергә ярҙам итәсәк һәм Рәсәйҙең ғилмитикшеренеү эшмәкәрлегендә алдынғы урындарға сығырға мөмкинлек бирәсәк, –тип аныҡлыҡ индерҙе был яңылыҡҡа Игорь Анатольевич. Киләсәккә өмөт менән ҡараған етәксе фекеренсә, был ҡарар республикабыҙ өсөн ыңғай һөҙөмтә генә бирәсәк.
  БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һуңғы уҡыу йылында бик күп кенә һөҙөмтәләргә лә ирешкән. Мәҫәлән, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, машиналар төҙөү, суд һәм прокурор эшмәкәрлеге әҙерлек йүнәлештәре буйынса мәғариф эшмәкәрлегенең дәүләт аккредитацияһы уңышлы үткән. 2021-2022 уҡыу йылдарында яңы программалар тормошҡа ашырыла башлаған: «Иҡтисад, мәғариф өлкәһендә идара итеү» 44.03.05 педагогик белем (бакалавриат йүнәлеше буйынса), Урта һөнәри белем биреү программаһы 44.02.01 мәктәпкәсә белем биреү. Тағы ла Һиндостан Республикаһынан уҡырға килгән студенттарҙың тәүге сығарылышы, уларҙы уҡытыу «Ғәмәли математика һәм информатика» йүнәлеше буйынса инглиз телендә ғәмәлгә ашырылған. Мехатроника һәм мобиль робототехника (тармаҡтар буйынса), пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу йүнәлеше буйынса тәүге сығарылыш булған. Яңы ойошмалар менән практик әҙерлек тураһында килешеүҙәр төҙөлгән: Башҡортостан Республикаһының Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге, «Башҡортостан быяла компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте; «Хайдельберг Цемент Рус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте; «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» акционерҙар йәмғиәте; «УралГазНефтеСервис»; «Башпласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре һ.б. Шулай уҡ «Сәнәғәт туризмы» проекты тормошҡа ашырылған. БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ҡаҙаныштарын һанап бөтөрөрлөк түгел, бар яҡлап өлгө күрһәтеүсе, башҡаларҙың өлгөһөн, тәжрибәһен һанлаусы Игорь Анатольевич Сыров кеүек етәксе һәм тырыш коллектив булғанда, башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас