Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Мәғариф
31 Августа 2022, 10:28

Мәғариф министрлығы уҡыусыларға дәрестә телефон ҡулланыуҙы тыйҙы

Уҡыусыларға дәрес ваҡытында кеҫә телефонын ҡулланыу тыйыла. Яңы уҡыу йылынан мәктәптә гаджеттарҙы файҙаланырға ярамай. 

Мәғариф министрлығы уҡыусыларға дәрестә телефон ҡулланыуҙы тыйҙыМәғариф министрлығы уҡыусыларға дәрестә телефон ҡулланыуҙы тыйҙы
Мәғариф министрлығы уҡыусыларға дәрестә телефон ҡулланыуҙы тыйҙы

Мәғариф министры Сергей Кравцов Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында ошо хаҡта белдерҙе.

Бер көн элек Рәсәй президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский Мәскәү педсоветында эксперимент рәүешендә уҡыусыларға дәрес ваҡытында смартфон ҡулланыуҙы тыйырға тәҡдим иткәйне.

"Әйҙәгеҙ, дәрестә смартфондарҙы шкафҡа һалып торайыҡ. Уҡыусы мәктәптә килгәс тә телефонын махсус урында ҡалдыра, ата-әсәләр ҙә тыныс», - тине Мединский.

Президент ярҙамсыһы һүҙҙәренсә, «төп проблема шунда: балалар дәрестә иғтибарын ситкә йүнәлтә, смартфондағы ҡыҙыҡлы уйындарҙан айырыла алмай».

«Әгәр балаларҙың ниндәйҙер һорауҙары булһа, шылтыратырға рөхсәт ителә. Яңы санитар ҡағиҙәләргә ярашлы, 1 сентябрҙән дәрестә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйыла», – тине Кравцов.
 
Башинформ.
Автор:
Читайте нас