

Яҡын арала гранттарҙы тапшырыу тәртибе һәм шарттары билдәләнә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
«Йәш ғалимдарға торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итербеҙ тип әле үк әйтә алам. Шулай уҡ уларға Рәсәйҙең һәм дуҫ илдәрҙең төп тикшеренеү үҙәктәрендә, университеттарында ғилми стажировка үтеү мөмкинлеге бирелә. Королёв һәм Курчатов кеүек билдәле уңайлы, лайыҡлы шарттарҙа йәшәүе һәм эшләүе беҙҙең өсөн бик мөһим, — тип яҙҙы Радий Хәбиров. —Йәштәрҙең үҙҙәренә мөрәжәғәт итәм: тәүәккәл булығыҙ, ижад итегеҙ, яңыһын уйлап табығыҙ, фәнде һәм бөтә тормошобоҙҙо алға ебәрегеҙ. Киләсәк — һеҙҙең ҡулда». указ
Башинформ.