Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Сентябрь 2022, 12:50

Республикала «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» асыҡланды

«Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтөн Рәсәй һөнәри конкурсының төбәк этабында Өфө ҡалаһы 107-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов еңеү яуланы. 

Республикала «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» асыҡланды
Республикала «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» асыҡланды

«Уҡыусы дәрескә түгел, ә уҡытыусыға килергә тейеш» тигән девиз менән ул федераль этапҡа үтте. Конкурс 12-17 сентябрҙә Ставрополь крайында ойошторола.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, унда илдең төрлө төбәктәренән 70 уҡытыусы ҡатнаша. Конкурс һынауҙары мәктәп уҡытыусыһының эшенә арналған: «Методик оҫтахана», «Дәрес», «Класс сәғәте» һәм «Оҫталыҡ дәресе». Һәр көн уҡытыусы эшенең бер йүнәлешенә бағышлана, бер үк ваҡытта аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу программаһы, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Өфө ҡалаһының башҡорт теле уҡытыусыһының видеояҙмаһы өсөн ошо һылтанма буйынса тауыш бирергә мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: