Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Сентябрь 2022, 10:43

Башҡортостан уҡытыусыһы Бөтөн Рәсәй конкурсында «Тамашасылар һөйөүе призы»н яуланы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеп сыҡты һәм «Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы — 2022» Бөтөн Рәсәй һөнәри конкурсында бишенсе урынды алды. Был хаҡта Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

Башҡортостан уҡытыусыһы Бөтөн Рәсәй конкурсында «Тамашасылар һөйөүе призы»н яуланы
Башҡортостан уҡытыусыһы Бөтөн Рәсәй конкурсында «Тамашасылар һөйөүе призы»н яуланы

«Педагогик эшмәкәрлегенең күпселек өлөшөн Мирас Ишдәүләтов Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы ойошмаларҙа эшләне. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем бирҙе, артабан Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында тәрбиәсе, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында, Өфөнөң 2-се шифаханаһындағы мәктәп-интернатта уҡытты, — тип яҙҙы министр. — Лайыҡлы, намыҫлы, яуаплы, белемле уҡытыусы. Уңышы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!»

Өфө ҡалаһы 107-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов «Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтөн Рәсәй һөнәри конкурсының финалсылары иҫәбенә инде.

Ставрополь крайында уҙған конкурста илдең төрлө төбәктәренән 69 уҡытыусы ҡатнашты.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: