Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Октябрь 2022, 16:20

Өфө дәүләт нефть техник университеты Рәсәй конкурсында еңеүсе тип табылды

«Университеттағы технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы» федераль проекты сиктәрендә уҡыу йортона 300 млн һум аҡса бүленде.

Өфө дәүләт нефть техник университеты Рәсәй конкурсында еңеүсе тип табылды
Өфө дәүләт нефть техник университеты Рәсәй конкурсында еңеүсе тип табылды

Проектҡа ярашлы, вуз белгестәре һәм студенттар сәнәғәт кимәлендә файҙаланыу тауарҙарын етештерер тип күҙаллана. Университетта алдағы 3 йыл эсендә йөҙҙән ашыу стартап тормошҡа ашырыу маҡсаты ҡуйылды. Нефть продукцияһын таҙартыу өсөн фильтрҙар, тупраҡ матдәләрен тикшереү ҡоролмаларын һәм башҡа тауарҙар етештереү көтөлә.

Университетта йыл һайын 90-дан ашыу асышҡа патент алына. Студенттарҙың һәм ғалимдарҙың проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн бүленгән грант уҡыу йортонда эшҡыуарлыҡ йүнәлешен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Сәнәғәт предприятиелары беҙҙең стартаптарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте.

Руслан Рабаев, Өфө дәүләт нефть техник университетының фән һәм инновация эштәре буйынса проректоры.
Баш ньюс.
Автор:
Читайте нас: