Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2022, 10:43

Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һәм педагогик хеҙмәт ветерандарын һөнәри байрамы – Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы.

Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров фекеренсә, хәҙерге заман уҡытыусыһы тәрән аҡыллылыҡ, түҙемлек кеүек сифаттарға, предмет компетенцияларына эйә булырға, даими рәүештә үҙенең оҫталығын камиллаштырырға тейеш.

«Республикала мәктәп уҡытыусыларының күбеһе – мәрхәмәтле һәм иғтибарлы ҡатын-ҡыҙҙар. Мәғариф системаһы – һеҙҙең иңдә, һеҙ ошо изге миссияны уңышлы башҡараһығыҙ, – тине ул. – Киләһе Уҡытыусы һәм остаз йылында беҙгә белем сифатын күтәрергә, олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләргә, егет-ҡыҙҙарҙы физик яҡтан сыныҡтырырға, уларға һөнәр һайларға ярҙам итергә кәрәк. Балаларҙың дуҫлашырға, ижад итергә өйрәнеүе, Ватаныбыҙҙың патриоттары булып үҫеүе, шәхси һәм һөнәри үҫешкә әҙер булыуы мөһим. Ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман, оптимизм һәм илһам теләйем һеҙгә, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ! Намыҫлы хеҙмәтегеҙ артабан да тыуған республикабыҙҙың һәм бөйөк Рәсәйҙең үҫеше өсөн хеҙмәт итһен».

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: