Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2022, 17:25

Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын төҙөүгә 20 миллиард һум аҡса һалына

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыу өсөн аҡса бүленгәнен хәбәр итте.

Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын төҙөүгә 20 миллиард һум аҡса һалына
Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын төҙөүгә 20 миллиард һум аҡса һалына

«Шәп яңылыҡ менән уртаҡлашам – Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын финанслау мәсьәләләре тулыһынса хәл ителде. Әле генә Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһының юғары белем һәм фән министры Валерий Николаевич Фальков менән кәңәшмә тамамланды.

Киләһе  йылдарҙа проектты тормошҡа ашырыуға 20 миллиард һум инвестиция һалына, шуның 60 проценты — федераль ҡаҙнанан.

Беҙ кампус өсөн Ағиҙел йылғаһының көньяҡ битләүен һайланыҡ.   

Бында ятаҡтар тураһында ғына һүҙ бармай. Тәү сиратта беҙ донъя кимәлендәге заманса фәнни-мәғариф мөхитен, йәшәү, белем алыу, фән, спорт һәм мәҙәниәт өсөн киңлек булдырабыҙ.

Был иһә республикабыҙ өсөн ҙур ҡаҙаныш, ул, бер ниндәй тышҡы саҡырыуҙарға ҡарамаҫтан, үҫешергә тейеш. Юлыбыҙҙан тайпылмайынса, алға барабыҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: