Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2022, 15:46

“УНЫНСЫЛА УҠЫҒАНДА УҠ УҠЫТТЫМ”

...Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшыралар, сығарылыш класс уҡыусылары илдең иң алдынғы вуздарына уҡырға инә, был лицей тамамлағандар киләсәктә төрлө етәксе вазифаларҙа уңышлы эшләй, матур ғаилә ҡороп, уны баға, халҡына тоғро хеҙмәт итә!.. Был һүҙҙәр барыһы ла Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты тураһында. Эйе, күптәр уны милли кадрҙар әҙерләүсе мәктәп тип тә нарыҡлай. Ошо уңыштар, уҡытыусы һөнәре хаҡында лицей директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Гөлшәт ӘХМӘТОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

“УНЫНСЫЛА УҠЫҒАНДА УҠ УҠЫТТЫМ”
“УНЫНСЫЛА УҠЫҒАНДА УҠ УҠЫТТЫМ”

“Ошо мөхит мине педагогикаға ылыҡтырҙы”

– Гөлшат Әүхәҙиевна, шулай ҙа уҡытыусы булам тип тәүге тапҡыр ҡасан әйттегеҙ, быға нимә этәрҙе?
– Ишембай районы тыуған ауылым Ғүмәрҙә 9-сы класты тамамлағас, башта төрлө уйҙар бар ине. Юрист һөнәре лә ул саҡта күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы, әхирәт ҡыҙ менән уйланыҡ та, медицина буйынса китергә булдыҡ. Ауылда туғыҙ ғына класс булыу сәбәпле, Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатына уҡырға килдем һәм педагогика йүнәлешендәге класҡа эләктем. Ошо мөхит мине педагогикаға ныҡлы ылыҡтырҙы ла инде. Ҡыҙыҡлы төп дәрестәр генә түгел, факультативтар, дәрестән тыш саралар – барыһы ла уҡытыусы һөнәренең асылын асып бирҙе, серҙәренә өйрәтте һәм, әлбиттә, мөһимлеген билдәләне!
Риториканан, мәҫәлән, күп кеше алдында сығыш яһағанда үҙеңде нисек тотоу, кеше менән аралашҡанда диалог ҡора алыу, үҙ өҫтөңдә эшләү буйынса рус теле уҡытыусыһы Гәүһәр Фәрух ҡыҙы Йосопова уҡытты. Ә этикет мәсьәләләренә төшөнөргә директорыбыҙ Аҡһылыу Ғабдулхаҡ ҡыҙы Ильясова дәрестәре ярҙам итте.

Класс етәксебеҙ Тәнзилә Зәйнулла ҡыҙы Заһиҙуллина иһә класс журналын тултырырға, уҡыусылар менән эшләргә өйрәтте, ә пионер вожатыйыбыҙ Гөлнара Ғәлимулла ҡыҙы Нәзметдинованан өйрәнгән үҙидаралыҡ, ижади ҡараш сифаттарын әле лә етәксе булараҡ ҡулланам. Унынсы класта уҡығанда дәрестәрҙә үҙем уҡытыусыларҙы алмаштыра инем инде. Директор-ҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Фәриҙә Ғәзи ҡыҙы Баязитова: “Һин, моғайын, уҡытыусы ғына түгел, директор урынбаҫары, директор булып эшләрһең, алдан өйрән”, – тип дәрестәр теҙмәһе төҙөргә өйрәткәне әле лә иҫтә.

Был һүҙҙәр миңә ышаныс биргәнме, әллә юрау булғанмы, ғөмүмән, ысынлап та Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға индем. Ә инде бына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға теләк ошо фәндәр буйынса лицейҙа белем биргән Мәүрүрә Ғәли ҡыҙы Абдрахманова, унан алда ауылда шулай уҡ үҙ һөнәренең оҫтаһы һәм фанаты Әҡсән ағай Мөхәмәтйәнов дәрестәре аша килде. Улар дәрестәрҙе үҙе бер илаһи сәйәхәт иленә әйләндерә ине.
Ә шулай ҙа, был һөнәргә бәйле, ғаиләм тураһында ла әйтеп үткем килә. Әсәйем ғаиләһендә бер үҙе үҫкән, атайым күп балалы ғаиләнән ине. Икеһе лә хеҙмәт кешеләре, ябай эшселәр. Ә үҙҙәре шул тиклем тәрән аҡыллы, сабыр, алдан күрә белгән кешеләр, “халыҡ педагогикаһы” тигән төшөнсә лә бар бит, ошо төшөнсәне улар үҙҙәренә һеңдергәндәр, барыһы ла халыҡсан, беҙ үҫкән саҡта барыһы ла ҡанундарға таянып алып барылды. Шуныһы үкенесле, атайым хаҡында “ине” тип һөйләргә ҡала. Үҙҙәре ябай эшселәр булһа ла, беҙҙе – балаларын белемле иттеләр!

Яхина Зилә апайым менән мин, мәҫәлән, уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ. Апайымдың эше лә буласаҡ һөнәр һайлауҙа ярҙам итмәй ҡалмағандыр тим. Сөнки уның, башланғыс кластар, башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының эшенә шул тиклем яуаплы ҡарауы мине һәр саҡ хайран итә. Ул, мәҫәлән, инде тәжрибәле педагог булһа ла, һаман да дәрескә план-конспект яҙып, төплө уйлап, дәресте нисек тә ҡыҙыҡлы итеп үткәрәйем тип эҙләнеп әҙерләнә. Ул Дүртөйлө районы Мәскәү ауылында йәшәй. Зилә Әүхәҙи ҡыҙы районда башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һала, 40 йылға яҡын эш стажы бар. Минең өсөн ул әле лә эталон, әле лә өлгө булып тора.
– Эш башлағас, хыялдан баш тартып, башҡа «баш ауыртмай» торған эш һайларға теләк булманымы?
– Мәғариф системаһында эшләй башлауыма инде сирек быуат ғүмер үтеп бара. Институт тамамлағас, ошо уҡыу йортона эшкә саҡырғайнылар, шунан бирле бер урында эшләйем. Ете йыл уҡытыусы, бер йыл директор урынбаҫары булып эшләгәс, директор итеп тәғәйенләнеләр.

Эш башлағанда, хәтерләйем, ул саҡта дәрестәр ҙә әҙ ине, дөрөҫөн әйткәндә, дәреслектәр ҙә юҡ кимәлдә булды шул, ә миңә урыҫ телле балаларға башҡорт телен өйрәтеү бурысы ҡуйылды, класс етәкселеге эшен тапшырҙылар. Балаларға башҡорт телен өйрәтеү теләге шул тиклем көслө булды (әле лә шулай), хатта әлеге әйтеп үткән етешһеҙлекте лә күрмәй инем, тегенән-бынан соҡоп материал эҙләйем, табам, дәресте ҡыҙыҡлы итергә тырышам.
Әле, шөкөр, база бар, әммә замана уҡытыусыһына башҡа һынауҙар етерлек. Ләкин ул саҡта ла, бөгөн дә, ғөмүмән, һис ҡасан һайлаған һөнәремә хыянат итеү теләге булманы, юҡ та. Сөнки, балаларҙа халҡыбыҙҙың бер өлөшөн һеңдереп ҡалдырырға тигән ҙур маҡсат менән юл һайлағанмын икән, шул юл менән барырға тейешмен! Тайпылған осраҡта, халҡыма ла, уҡыусыларыма, миңә ҙур өмөттәр бағлаған остаздарым-яҡындарыма ла хыянат булыр ине был ҡылыҡ! Яңғырауыҡлы һымаҡ, ләкин был минең өсөн хәҡиҡәт.

Күтәрә алмаҫлыҡ маҡсаттар ҡуймайҙар

– Көслө мәктәпте етәкләгән көслө директор тип беләләр һеҙҙе. Уңыш сере нимәлә?
– Бик тырыш, ҡыҙыҡлы, йәштәрҙе лә, тәжрибәле быуынды ла туплаған коллективты етәкләп китергә тура килде. Яңы белем биреү усағы, дөрөҫөрәге, ойоштороу йүнәлеше яңырыу кисергән мәл, яңы һулыш алған ваҡыт ине. Шуға, алдан әйтеп китеүемсә, матди база ла етешмәй, ойоштороу эштәрендә лә мәсьәләләр сығып торҙо, әммә беҙҙе шуныһы берләштерҙе – беҙ һәр кем үҙ йүнәлешебеҙҙә, үҙ эшебеҙҙә иң юғары кимәлдә оҫта булырға тырыштыҡ. Балаларға сифатлы белем биреү, юғары сифаттарға ирешеү тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ул саҡта уҡытыусыны дәртләндерерлек әллә ни матди ярҙам да юҡ ине, әммә нәҡ шул ҙур күрһәткестәргә ирешеү тигән ҙур теләк барыһын да хәл итте. Килеп сыҡты бит эшебеҙ! Шөкөр, уҡыусыларыбыҙ бер-береһен уҙҙырып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә башланы. Был уңыштар традицияға әйләнеп китте. Әлбиттә, йылдар дауамында коллектив яңырып тора, әммә шул саҡта формалашҡан һәм нығынған “умыртҡа һөйәге” әле лә бар. Бөгөнгө коллектив та әйтеп үткән принциптарға таянып эшләй!
Ниндәйҙер офоҡ артында торған хыялдар менән йәшәмәйем, күтәрә алмаҫлыҡ маҡсаттар ҡуймайым. Башҡаларға ла кешене һындырырлыҡ итеп бурыстар өймәйем, яйлап ҡына, әҙ-әҙләп кенә, әммә һөҙөмтәле итеп алға барыу – бына ошо инде минең төп принцип һәм сер.
Коллективыма һәр саҡ рәхмәтлемен, ниндәйҙер уңыштарыбыҙ бар икән – был дөйөм уңыш. Ә бит беҙҙең эш шуныһы менән дә үҙенсәлекле: тик егеттәрҙе тәрбиәләйбеҙ һәм беҙ улар өсөн тәүлек әйләнәһенә яуаплы! Уҡытыусы ла, ата-әсә лә тигәндәй.

Бәйләнеш өҙөлмәй

– Уҡыусыларығыҙҙың уңыштары байтаҡ...
– Уҡытыу дөйөм программа буйынса башҡарыла, уҡыусыларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ. Теүәл фәндәр буйынса кластар эшләй, тәнәфес ваҡытында коридорҙа шахмат уйнайҙар, робот яһау, программалау, бейеү һәм башҡа бик күп түңәрәкәтәрҙә шөғөлләнәләр. Шул уҡ ваҡытта лицейҙа үҙаллылыҡҡа, үҙидаралыҡҡа урын бар. Балалар үҙҙәре һайлай, фекерләй, иркен ижад итә ала. Бынан тыш, беҙ балаларҙы командала эшләргә өйрәтәбеҙ, бөгөн һәр кем үҙе өсөн тырышып ятҡан тигәндәй заманда еңел дә түгел, әммә егеттәр берҙәм булып, бер-береһе өсөн яуаплы булып күтәрелә.

Ысынлап та, БДИ-ны юғары балға тапшырыусылар байтаҡ. Нисек кенә булмаһын, иң мөһиме, улар мәктәптә генә түгел, аҙаҡ вуз тамамлап, эш башлап киткәс тә юғалып ҡалмайҙар. Кемдер табип, кемдер инженер, ғалим, полиция хеҙмәткәре, айырым ғорурлығыбыҙ – коллегаларыбыҙ – уҡытыусылар булып китә. Рәсәй кимәлендә ҙур вазифа биләгәндәр ҙә бар, баш табиптар, компания директорҙары, хәрби офицерҙар, мәктәп директорҙары...
Бынан тиҫтә-ун биш йыл элек тамамлаусылар иһә осрашыуҙарға йөрөй, матди бағымсылыҡ күрһәтеп, уҡыусыларға шөғөлләнеү өсөн шарттар арттыра, хатта уҡыта. Тимәк, уҡыусыларыбыҙ лицейҙа ғына түгел, уны тамамлағас та тормошта алдынғы булып ҡала. Әгәр ҙә ошо уңышта саҡ ҡына беҙҙең өлөш бар икән, быға ҡыуанып, артабан да дәртләнеп эшләйбеҙ.

– Һеҙҙең интернат-лицейҙа кемдәр уҡырға лайыҡлы? Конкурс ҙурмы, аңлауымса, балаларҙы конкурс нигеҙендә һайлап алаһығыҙ?
– ...Бер банка тоҙлаған ҡыярға йәшел ҡыяр һалһаң, ваҡыт үтеү менән барыбер ул тоҙлоға әйләнә. Лицейға килгәндә лә уҡыусылар, ошо белем усағындағы уҡыған егеттәр һымаҡ, бөтә яҡлап та өлгөлө булам тип киләләр һәм, ысынлап та, уҡыуҙа ла, фәндә лә, спортта ла, мәҙәниәттә лә һөҙөмтәләргә ирешә башлай. Беҙҙә өлкән кластар кесерәктәр өсөн яуаплы тигән принцип йәшәп килә. Әйтәйек, 6-сы класс уҡыусыһының уңышы ла, хатаһы ла өлкән кластағы кураторына бәйле. Әммә беҙ бер ваҡытта ла уҡыусыларҙы бер-береһе менән сағыштырмайбыҙ, тик үҙенең кисәгеһе менән бөгөнгөһөн генә сағыштырабыҙ.

Беҙгә ҡала балалары уҡырға инә, шулай уҡ республиканың башҡа район-ҡалаларынан да киләләр. Шуныһы үҙенсәлекле: бында уҡырға килгәндәрҙең күбеһенең йә ағаһы, йә хатта атаһы беҙҙең лицейҙа уҡыған булып сыға. Уҡырға сентябрь башынан килмәйҙәр, ә йәй көнө бер аҙна интернатта йәшәп, уҡып ҡарайҙар, шунан ғына, күңелдәре ятһа, көҙөн уҡырға киләләр.

Педагогик вузға барыусылар аҙая...

– Билдәле булыуынса, алдағы йыл Рәсәйҙә – һеҙҙең йыл! Ғөмүмән, йәмғиәттә уҡытыусы һөнәренә талап та, ҡараш та үҙгәреп тора. Ә был иғтибар һуңламанымы икән? Ғөмүмән, уҡытыусы һәм остаз йылынан нимәләр көтәһегеҙ?
– Уҡытыусылар эшенә баһа һәр саҡ көнүҙәк булып тора. Хәҙер йәмғиәттә баһа арта бара, дәүләт мадти ҡыҙыҡһындырыу шарттары булдыра. Әммә барыбер “Ни өсөн педагогик вузға барыусылар аҙая һуң?” – тигән һорау тыуа бит күңелдә. Минеңсә, матди, рухи шарттар булдырыуҙан тыш, уҡытыусыға азатлыҡ та кәрәк. Был азатлыҡ үҙенсәлекле лә, ябай ҙа күренеш. Аңлатам: хәҙер уҡытыусыны контролдә тоторға тырышыу был теләкте һүндерә, минеңсә. Дәүләт тарафынан артыҡ ҡағыҙ мәшәҡәте булһа, ата-әсәләрҙең иһә уҡытыусылыҡ эшенә артыҡ ҡыҫылыуы был теләкте һүндерә. Бигерәк тә йәш ата-әсәләр уҡытыусыға хатта нисек дәрес алып барырға икәнелеген өйрәтә башлай. Шул уҡ ваҡытта бер кем дә дауаханаға барып, хирургҡа операция яһарға өйрәтмәй бит.
Мәктәпте тотоп торған уҡытыусылар, нисек кенә булмаһын – оло быуын вәкилдәре, үкенескә ҡаршы, был факт. Улай ғына ла түгел, ҡатын-ҡыҙ заттары улар. Ә бит беҙгә алмаш кәрәк, ҙур конкурстар нигеҙендә педагогик вузға инеп, тырышып уҡып, иң-иңдәре мәктәпкә килерлек егеттәр-ҡыҙҙар кәрәк! Йәштәрҙең эш хаҡына күнмәүе менән бер рәттән, теләк булмау өҫтәрәк әйтеп киткән сәбәпкә лә ҡайтып ҡала. Балалар мәктәпкә килеп, бер нигеҙҙә, ошо системала белем алырға тейеш, минеңсә! Нимә генә тимәһендәр, уларҙың да уҡытыусыны хөрмәт итеп, уның асыштарына хайран ҡалып, тыңлап, иғтибарында булып уҡығыһы килә. Аҙаҡ ошо белемде ҡулланып, матур итеп эшләргә, иленә терәк булырға хыяллана ул. Ә бына был хыял, был теләк ҡайҙалыр төптә ҡалған һымаҡ. Бына ошо теләк, ошо хыял өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ барыбыҙ ҙа! Дәүләт тә, йәмғиәт тә, уҡытыусы ла, ата-әсәләр ҙә, хатта уҡыусылар үҙҙәре лә...

Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.

“УНЫНСЫЛА УҠЫҒАНДА УҠ УҠЫТТЫМ”
“УНЫНСЫЛА УҠЫҒАНДА УҠ УҠЫТТЫМ”
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: