Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Октябрь 2022, 15:36

Республикала 30-ға яҡын муниципалитет берҙәм мәктәп формаһы тураһында ҡарар ҡабул итте

Башҡортостанда күпселек мәктәптәр берҙәм мәктәп формаһына күсә. Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта мәктәптәрҙә 30-ға яҡын муниципалитет (улар бөтәһе 54) мәктәптәрендә ошондай ҡарар ҡабул ителгән.

Республикала 30-ға яҡын муниципалитет берҙәм мәктәп формаһы тураһында ҡарар ҡабул итте
Республикала 30-ға яҡын муниципалитет берҙәм мәктәп формаһы тураһында ҡарар ҡабул итте

«Профилле форумдарҙың береһендә биш муниципаль берәмек берҙәм уҡыу формаһы һатып алыу тураһында мәсьәләне хәл итте, һуңынан уларға тағы ла 12 ҡушылды, хәҙер улар 30. Форма бер төрлө түгел, варианттар һәм һайлап алыу мөмкинлеге бар. Туҡыманың сифатына талаптар ҡаты. Республикала тегелгән форма баҙарҙағыға ҡарағанда сифатлыраҡ , хаҡы ла арзаныраҡ. Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн форманың хаҡы бюджеттан дотациялар менән ҡаплана», — тине мәғариф министры.

«Өс йыл элек ата-әсәләр ошо теманы күтәреп сыҡты, беҙ бер кемде лә мәжбүр итмәнек, быны ысынлап та ата-әсәләр хәл итергә тейеш. Әммә берҙәм форма — уңайлы ла, ыңғай яҡтары ла бик күп», — тине Радий Хәбиров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: