Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Октябрь 2022, 09:25

Туған тел һағында

Бөгөнгө көн башҡорт халҡы алдына өр яңы талаптар һәм һынауҙар ҡуя. Бер туҡтауһыҙ мәғлүмәт, интернет, социаль селтәрҙәр үҫеше заманында телде, рухты һаҡлау проблемалары хәл ителеүҙе талап итә. Баланы нисек тәрбиәләргә? Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен ниндәй яңы методтар һәм алымдар ярҙамында уҡытырға? Дистанцион уҡыуҙы нисек ойошторорға? Бихисап һорауҙар йәмғиәтте борсой. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә тәрбиәселәрҙең һәм уҡытыусыларҙың роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Улар халҡыбыҙҙың терәге, рухи ҡәлғәһе.

Туған тел һағында
Туған тел һағында

Артабанғы фекеребеҙ шундай шәхестәребеҙҙең береһе, үҙенең бар көсөн башҡорт халҡының киләсәге, артабанғы үҫешенә йүнәлткән замандашыбыҙ, филология фәндәре кандидаты, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева тураһында булыр.

Рәйсә Хәким ҡыҙының хеҙмәт юлы Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан Башҡорт дәүләт университетының филиалы менән тулыһынса бәйле. Тап ошо юғары уҡыу йортона ул 1996 йылда (ул ваҡытта Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты) башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһының ассистенты булып эшкә килә. Талапсан, яңы идеялар менән янып торған йәш уҡытыусыға факультеттың тәрбиәүи эштәре буйынса декан урынбаҫары эштәрен ышанып тапшыралар. Яңы асылған башҡорт филологияһы факультетының традицияларын нығытыуға, тәрбиә һәм мәҙәни-ағартыу эштәрен ойоштороуға күп көс һалырға тура килә уға.

Артабан Рәйсә Илишева башҡорт әҙәбиәте кафедраһын етәкләй, уҡытыу-методик, фәнни-тикшеренеү мәсьәләләрен юғары кимәлдә хәл итерҙәй йәш коллектив туплауға өлгәшә. Шул уҡ ваҡытта институттың ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге директоры вазифаһында уҡытыусыларҙың, йәш ғалимдарҙың һәм студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эштәрен әүҙемләштереү, республиканың мәктәптәре менән юғары уҡыу йорто бәйләнештәрен яңы кимәлгә күтәреү буйынса төрлө сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе лә үҙ иңендә алып бара. Вуз тарихында мөһим ваҡиға булып торған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның кабинет-музейын ойоштороуҙа, материалдарҙы системалаштырыуҙа уның роле баһалап бөткөһөҙ.

Фән өлкәһендә лә Рәйсә Хәким ҡыҙы үҙен белемле, киң эрудициялы ғалимә итеп танытты. 200-ҙән ашыу ғилми-методик хеҙмәттәре араһында әҙәбиәттең төрлө проблемаларына ҡағылышлы эштәрен осратырға мөмкин, әммә ғалимәнең төп йүнәлеше булып, беренсе сиратта, башҡорт прозаһының жанр-стиль үҙенсәлектәре тора. Уның “ХХ быуаттың 60-80 йй. башҡорт повесы: жанр һәм стиль мәсьәләләре” монографияһы, “Тарихи әҫәрҙәрҙе өйрәнеү” уҡыу ҡулланмаһы күптән инде студенттар һәм йәш ғалимдар өсөн өҫтәл китабына әйләнде. Ә инде тәжрибәле уҡытыусы тарафынан төҙөлгән тиҫтәләгән уҡыу программалары, методик күрһәтмәләр әле булһа йәш вуз уҡытыусылары, коллегалары өсөн ҙур терәк, артабанғы эштәренә төплө нигеҙ булып тора.
Ғалимәнең республика һәм илдең үҙәк гәзит-журналдарындағы әҙәбиәт ғилеменең төрлө проблемаларына ҡағылған, башҡорт яҙыусыларының ижадына бағышланған сығыштары үҙенең ентекле, объектив анализы менән айырылып тора һәм тәнҡит өлкәһендә яңы һүҙ итеп ҡабул ителә.

Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы вазифаһында Рәйсә Хәким ҡыҙы район һәм ҡала уҡыу бүлектәре, БР Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Яҙыусылар союзы һәм башҡа төбәктәрҙәге юғары уҡыу йорттары менән ижади һәм фәнни бәйләнештәрҙе нығыта. Факультетта ойошторолған һәм бар республикаға билдәле “Ашҡаҙар” әҙәби ижад түңәрәген етәкләй, студенттар менән әүҙем эш алып бара, илгә, телгә, әҙәбиәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләй.
Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева хеҙмәте Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғәриф министрлығы, вуз, ҡала коллективы һәм йәмәғәтселек тарафынан да “Башҡортостан Республикаһының белем биреү отличнигы” (2003 й.), “Рәсәй Федерацияһының һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре” (2012 й.), “Студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн” (2008 й.) һ.б. юғары исемдәре менән лайыҡлы баһаланды, тиҫтәләгән маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Рәйсә Хәким ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡа-лаһының иң абруйлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Ул халҡыбыҙға һаман да тоғро хеҙмәт итә.

Илнур ДИЛМӨХӘМӘТОВ,
Айнур ҮТӘЕВ,
коллегалары.

Ҡотлайбыҙ!

Күгәрсен районы Оло Эйек буйында үҫеп, БДУ-ла юғары белем алып, бөтә ғүмере буйы Стәрлетамаҡ юғары белем биреү уҡыу йортонда студенттарға башҡорт әҙәбиәте буйынса белем таратыусы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләй.
Хөрмәтле Рәйсә Хәким ҡыҙы! Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты коллективы уҡытыусылары һәм студенттары Һеҙҙе ғүмер байрамығыҙ менән тәбрикләй! Яуаплы етәксегә ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле ғүмер, ғаилә именлеге, эшендә уңыштар теләйбеҙ! Һеҙ – белем таратыусы, һөйөклө ҡатын, гүзәл әсә һәм мөләйем өләсәй булыуығыҙ менән күптәргә өлгө. Байрамығыҙ ҡотло булһын!

Автор:
Читайте нас: