Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ноябрь 2022, 12:05

Ҡурай моңо берләштерә

Күптән түгел Сибай дәүләт концерт-театр берләшмәһе артистары “Дәртле йәшлек бейеүҙәре – һағындырҙың, Ритайым” исемле концерт программаһы менән Стәрлетамаҡта сығыш яһанылар. 

Ҡурай моңо берләштерә
Ҡурай моңо берләштерә

Артистарҙың дәртле, сағыу сығыштары тамашасылар күңеленә бик хуш килде. Шул форсаттан файҙаланып, 2018-се йылда Октябрьский ҡалаһында үткән ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-при яулаусы ҡурайсы Айнур Әминевтан 4-се гимназия уҡыусылары алдында оҫталыҡ дәресе үткәреүен һораныҡ.

Айнур Миҙхәт улы уҡыусыларға Сибай концерт-театры берекмәһе, уның артистары һәм ижадташтары менән таныштырҙы. Шулай уҡ башҡорт милли музыка ҡоралы – ҡурай, уның тарихы, билдәле ҡурайсылар, йәш ҡурайсылар тураһында бәйән итте.
Гимназия уҡыусыларын, бигерәк тә, ҡурай төрҙәре хаҡындағы мәғлүмәт ҡыҙыҡһындырҙы, ҡурайсынан заманса йырҙарҙың көйҙәрен уйнауын һораны-лар. Ҡурай моңона ҡушылып Рәсәй һәм Башҡортостан Республакаһы дәүләт гимнын, “Катюша” йырын башҡарҙылар. Артист йәш тамашасыларға “Сыңрау торна”, “Урал”, “Ете ҡыҙ” көйҙәрен уйнап ҡына ҡалманы, йырҙарҙың легендалары менән дә таныштырҙы. Төрлө милләт балалары ҡурайҙы ҡыҙыҡһынып өйрәнде, тотоп уйнап та ҡараны.

Йәш быуынды тәрбиәләүҙә башҡорт халҡының мәҙәниәте, сәнғәте, фольк-лоры, ҡурай-музыка ҡоралы менән мәк-тәп уҡыусыларын яҡындан таныштырып, улар алдында бик матур, күңелле йыр-ҙары менән сығыш яһаған Сибай дәүләт концерт-театр берекмәһе ҡурайсыһы Айнур Әминевҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.


Айгөл ХАННАНОВА,
4-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: