Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Ноябрь 2022, 11:32

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәре — министр кәңәшселәре

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2022» республика конкурсының өс еңеүсеһе һәм бер призеры йәмәғәт башланғыстарында республиканың мәғариф һәм фән министры кәңәшселәре итеп тәғәйенләнә. Был хаҡта республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәре — министр кәңәшселәре
«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәре — министр кәңәшселәре

Улар араһында — Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлия Смехова. Ул 2022 йылда «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында абсолют еңеүсе булды.

Бынан тыш, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы»-2022 конкурсы еңеүсеһе,  Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәбенән инглиз теле уҡытыусыһы Зарина Ғәлләмова; «Йәш йыл уҡытыусыһы»-2022 конкурсы еңеүсеһе, Өфөнөң 112-се мәктәбенән башланғыс кластар уҡытыусыһы Анастасия Ногина, шулай уҡ 2022 йылда «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсы призеры, Өфөнөң М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Тазиева — йәмәғәт башланғыстарында ведомство башлығы кәңәшселәре.

«Улар министрға мәғариф сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн үҙ башланғыстарын, министрлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәрен индерә ала», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: