Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ноябрь 2022, 14:15

Хакатон ылыҡтыра

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы математика һәм информацион  технологиялар  факультетында өс көн буйы һанлы продукттарҙы эшкәртеүселәр ярыштылар. Был сара «Хакатон «Кибер-102» тип аталды.  Хакатонда 165 кешенән торған34 команда теркәлгән. Улар Стәрлетамаҡ, Өфө, Белорет, Нефтекама, Туймазы, Санкт-Петербург ҡалаларынан килгән.

 Сараны  тантанылы асыуҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры  Айбулат Хажин (онлайн режимда),  Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ  филиалы директоры Игорь Сыров,  ошо уҡ уҡыу йортононң математика һәм инновацион технологиялар факультеты деканы Руслан Кәримов  , Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары  Артур Ғафаров, Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт. энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары  Денис Гурков  һәм башҡалар сәләмләне.

Бындай сара беҙҙең ҡалала өсөнсө тапҡыр үткәрелә.Үткән йылдағылар менән сағыштырғанда ярыштарҙың айырмаһы шунда: быйыл тәҡдим ителгән мәсьәләләр ҡатмарлыраҡ, шулай булыуға ҡарамаҫтан отошлораҡ та , сөнки бүләк фонды ла күпкә юғарыраҡ. Ярышта ҡатнашыусыларға 50 мең дә, 100 мең дә, 500 мең дә эшләргә мөмкинлек бирелде. Әткәндәй өс көн буйы  «ОЗНА-Диджитал солюшнс” компанияһы вәкиле уларҙың компанияһы кейсын һайлағандар менән аралашып, үҙ аҡсаһына өҫтәмә туҡланыу ҙа ойошторҙо. Компанияларға килгәндә, Рәсәйҙең «Автоайныҡлыҡ» - «Йәшел түңәрәк» федераль проекты,  «Ростелеком», «ФОРТ ДИАЛОГ», «Медиалюкс», «НОРИС», «Рәсәй Геройы  А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы»  компанияларының айырым йүнәлештәре иғтибар үҙәгендә булды. Һәр мәсьәлә – компанияға индерелә торған цифрлы продукт, заказсылар өсөн уның үҙебеҙҙең илдеке булыуы мөһим ине. Сарала ҡатнашыусылар өсөн – юғары уҡыу йорто йәки колледж  студентмы ул, мәктәп уҡыусыһымы – иң мөһиме үҙебеҙҙең илдең баҙар мәсьәләләрен хәл итеү тәжрибәһе ине. Шулай уҡ ошо үҙ-ара бәйләнеш һөҙөмтәһендә компаниялар үҙҙәренә  информацион технологиялар белгесен таба ла инде. Ике яҡ өсөн дә отошло бит бындай саралар.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: уҡыу йорто сайтынан.

Хакатон ылыҡтыра
Хакатон ылыҡтыра
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: