Министр һүҙҙәренсә, бөгөнгә тотош республикала 1500 уҡытыусы етешмәй.
«Бигерәк тә ҡалала педагогтарға ҡытлыҡ ҙур. Өфөлә генә 200-гә яҡын башланғыс класс уҡытыусыһы кәрәк», — тине Айбулат Хажин.
Педагогия университеты быйыл маҡсатлы йүнәлтмә буйынса 200 студентты ҡабул итте, юғары уҡыу йортонан һуң улар мотлаҡ мәктәпкә эшкә бара, тип билдәләне ведомство етәксеһе.
Бынан тыш, Айулат Хажин уҡытыусыларға ярҙам саралары хаҡында әйтте. Улар араһында — шифахана-курортта дауаланыуҙы кире ҡайтарыу, коммуналь түләүҙәр буйынса льготалар, хеҙмәт хаҡын ҡайтанан ҡарау.
Башинформ.