Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Мәғариф
12 Ғинуар 2023, 12:20

Инженерлыҡ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән студенттар һәм аспиранттар стипендия аласаҡ

2023 йылдың 1 сентябренән инженерлыҡ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән студенттар һәм аспиранттар Сергей Павлович Королёв исемендәге стипендия аласаҡ. Ошо хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ҡул ҡуйҙы:  2023 йылдың 1 сентябренән инженерлыҡ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән студенттар һәм аспиранттар Сергей Павлович Королёв исемендәге стипендия аласаҡ. Ошо хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ҡул ҡуйҙы: vk.cc/ckw5EH

Инженерлыҡ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән студенттар һәм аспиранттар стипендия аласаҡИнженерлыҡ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән студенттар һәм аспиранттар стипендия аласаҡ
Инженерлыҡ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән студенттар һәм аспиранттар стипендия аласаҡ

Стипендиялар тәғәйенләү тәртибе шундай - кандидаттарҙы ғилми советтар тәҡдим итә, ә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы конкурс һөҙөмтәләре буйынса стипендия алыусыларҙы һайлаясаҡ.

Юғары уҡыу йорттары студенттарына - һәр береһе 15 мең һумлыҡ 10 стипендия һәм аспиранттарға 20-шәр мең һумлыҡ 10 стипендия ҡаралған. Аҡса 12 ай буйына түләнә.

Һайлап алыу критерийҙары түбәндәгесә:
- юғары уҡыу йортонда уҙған йылда «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшеү;
- фәнни баҫмаларҙа мәҡәләләр баҫтырыу;
- үҙеңдең ғилми-тикшеренеү эше һөҙөмтәләре менән халыҡ араһында сығыш яһау;
- бөтә Рәсәй йәки халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеүҙәр йәки призлы урындар;
- тикшеренеүҙәргә грант алыу.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас