Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар 2023, 10:32

«Йыл уҡытыусыһы» еңеүсеһенә - миллион һум

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы 2023 йылдан «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы еңеүселәренә 1 миллион һум түләргә тәҡдим иткән ҡарар проектын әҙерләгән. Тейешле документ норматив хоҡуҡи акттар проекттары федераль порталында баҫылған.

«Йыл уҡытыусыһы»  еңеүсеһенә - миллион һум
«Йыл уҡытыусыһы» еңеүсеһенә - миллион һум

«2023 йылдан башлап йыл һайын «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүсеһенә һәм призерҙарына аҡса түләргә. Уның күләме: еңеүсегә — 1 миллион һум, призерҙарҙың һәр береһенә  — 500 мең һум», — тиелә документ тексында.

ТАСС хәбәр итеүенсә, «Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе», «Рәсәйҙең йыл директоры», «Рәсәйҙең педагог-психологы», «Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы», «Йыл оҫтаһы» һәм «Йөрәгемде балаларға бирәм» һөнәри конкурстары еңеүселәренә 200-шәр мең һум түләргә тәҡдим иткәндәр.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: