Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Февраль 2023, 09:00

БЕҘГӘ ЙӘШ КАДРҘАР КӘРӘК!

Мәғариф бүлеге етәксеһе уңыштар һәм проблемаларҙы атаны Уҡыусының ижади һәләтен үҫтереү, күңел донъяһын тейешле йүнәлештә тәрбиәләү өсөн уҡытыусы үҙе лә һәр яҡлап ҡыҙыҡһыныусан, яңылыҡтар менән хәбәрҙар булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта, ниндәйҙер  кимәлдә алдан күҙаллау, талантлы баланы асыҡлап, уның күңелендә ижади осҡон ҡабыҙыу һәләте булыуы ла мөһим. Уҡыу барышында бала үҙен эшмәкәр, эҙләнеүсе, тикшеренеүсе, әүҙем ҡатнашыусы, үҙ аллы фекер йөрөтөүсе итеп тойорға тейеш. Уның һәләтен күреү һәм үҫтереү, әүҙемлегән арттырыу, берҙәмлек тойғоһо тәрбиәләү өсөн уҡытыусы бөтә мөмкинлектәрҙән файҙалана. “Рәсәй Президенты тарафынан 2023 йылды “Педагог һәм остаз йылы” тип иғлан итеү  уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырырға булышлыҡ итерме? Йәмәғәтселек иғтибарын  педагог һәм остаздарға, уларҙың эшмәкәрлегенә бағышланасаҡ был йылдан нимәләр көтәһегеҙ?” – тигән һорауҙар менән беҙ ҡала  мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Йыһанша улы ИШБАЕВҡа мөрәжәғәт иттек.

– Рәсәйҙә быйылғы йыл Педагог һәм остаз йылы тип нарыҡланды. Был юҡҡа түгелдер. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, уҡытыусы һөнәренең элекке абруйын  ҡайтарыу тураһында хәстәрләр ваҡыт еттеме?

– Әлбиттә, илебеҙ Президентының педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән остазлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырып, уҡытыусыларҙың статусын  таныу маҡсатында, 2023 йылды  Педагог һәм остаз йылы итеү  тураһындағы ҡарары – беҙҙең йәмғиәттә уҡытыусы һәм тәрбиәсе хеҙмәтенең мөһимлеге хаҡында һөйләй. Тик уҡытыусыға ихтирам бер йылда ғына түгел, ә даими рәүештә, һәр йыл, һәр көн булырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә үҙгәртеп ҡороу йылдарында, уҡытыусыларға ихтирам, ярҙам кәмене. Тәү сиратта был уларҙың матди хәлендә сағылды.

– Яңыраҡ Өфө фән һәм технологиялар институтының Стәрлетамаҡ филиалында үткән “РобоФест-2023” төбәк этабы  әлеге йылға бағышланған матур сара булды. Аталған йылға бәйле  ҡалабыҙҙа тағы ла ниндәй  саралар үтәсәк?

– Ошо уңайҙан ҡала буйынса тематик йылға  йүнәлтелгән саралар теҙмәһе раҫланды. Муниципаль планға ярашлы, төрлө тантаналы саралар, ғилми-ғәмәли конференциялар, тематик форумдар, конкурстар һәм фестивалдәр үтәсәк.

Шулай уҡ, һәр йылдағыса, уҡытыусыларҙың “Август кәңәшмәһе”, оҫталыҡ өлкәһендәге муниципаль этап ярыштары ойоштороласаҡ. Улар барыһы ла уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙә мөһим аҙым булыр тип уйлайым. Ә бына педагогик кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә, федераль һәм республика кимәлендә ҡаралған саралар булышыр тип өмөтләнәм. Сөнки бөгөн мәктәптәрҙә уҡытыусылар етешмәүе беребеҙгә лә сер түгел. Ғөмүмән әйткәндә, “Педагог һәм остаз йылы”ның ыңғай яҡтары мотлаҡ буласаҡ.

– Уҡытыусы һөнәр күрһәтеүсе генәме ул?

– Ысынлап та, уҡытыусыға элек мөнәсәбәт икенсе ине. Уҡытыусы тигәндә, ошо һөнәргә  һөйөү тәрбиәләгән һоҡланғыс шәхес  күҙ алдына баҫа. Сөнки педагог – ябай һөнәр түгел,  ул – бала күңеленең белгесе. Уҡытыусылар – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән ил ғорурлығы һәм таянысы. Ҡала мәғариф системаһында 4 меңдән ашыу педагогик хеҙмәткәр эшләй. Мәғариф учреждениеларында вакансиялар эске һәм тышҡы өҫтәмә сәғәттәр алыу иҫәбенә тулыландырыла, ләкин кадрҙарға ҡытлыҡ һаман да бар, әлеге ваҡытта рус теле, математика һәм информатика, башланғыс кластар уҡытыусылары етешмәй…

– Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡалабыҙ уҡытыусылары төрлө бәйгеләрҙә үҙҙәрен һынап, камиллыҡҡа ынтылалар бит?

– Һөнәри конкурстарҙа ҡалабыҙҙың мәғариф ойошмалары педагогтары юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Мәктәпкәсә учреждениелар педагогтары дүртенсе тапҡыр конкурстың абсолют еңеүселәре булды һәм Башҡортостан Республикаһын “Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе” Бөтә Рәсәй конкусында данланы.
“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2022” република конкурсында 7 уҡытыусы ҡатнашты. 1-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Смехова Юлия Александровна “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022” конкусы еңеүсеһе булды һәм Төмән ҡалаһында уҙған “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы – 2022” Бөтә Рәсәй конкурсында республиканы танытты һәм БР мәғариф һәм фән министрлығы советнигы (кәңәшсеһе) булып китте. Шулай уҡ, 2022 йылда “Башҡорт һәм рус телдәренең иң яҡшы уҡытыусылары” республика конкурсында ла һиҙелерлек һөҙөмтәләргә ирештек. Барлығы 4 уҡытыусы ҡатнашты, шуларҙың араһынан 3 уҡытыусы еңеп 50-шәр мең һумлыҡ грант отто. Ә “Йылдың йәш уҡытыусыһы” республика конкурсында 4 уҡытыусы ҡатнашып, шулар араһынан 3 уҡытыусы: 1-се лицейҙан башланғыс кластар уҡытыусыһы В.Р.Никитина;  17-се мәктәптән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.М. Кәлимулина; 31-се мәктәптән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Т.А.Кожокару еңеп, 40 мең һумлыҡ гранттар отто.

– Быйылғы эште ниҙән башламаҡсығыҙ?

– Муниципаль мәғариф системаһы үҫешендә алдынғы йүнәлештәр булып балаларҙы “Ҡояшлы”, “Көнбайыш” биҫтәләрендә  мәктәпкәсә белем учреждениеларына урынлаштырыу, икенсе сменала уҡыусы балаларҙың һанын кәметеү һәм, биналарҙың иҫкереүен иҫәпкә алып, мәғариф учреждениеларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тора. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, педагогтар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Коллегаларыма “Педагог һәм остаз йылы”нда бары тик ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләп ҡалам!

Әңгәмәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо.

БЕҘГӘ ЙӘШ КАДРҘАР КӘРӘК!
БЕҘГӘ ЙӘШ КАДРҘАР КӘРӘК!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: