Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Февраль 2023, 17:05

«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы – 2023» конкурсының абсолют еңеүсеһе иғлан ителде

Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы — 2023» конкурсының абсолют еңеүсеһе билдәләнде. 39-сы гимназияның математика уҡытыусыһы Артем Баяновтың еңеүе хаҡында Өфөнөң мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы – 2023» конкурсының абсолют еңеүсеһе иғлан ителде
«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы – 2023» конкурсының абсолют еңеүсеһе иғлан ителде

«Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2023» конкурсында 114-се мәғариф үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яҙгөл Сирбаева иң яҡшыһы тип танылды.

Артем Баянов «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының республика этабында, ә Яҙгөл Сирбаева «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында Өфө исеменән сығыш яһай.

147-се мәктәптең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Анастасия Самсонова «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» конкурсының «Педагогик дебют» номинацияһында еңеү яуланы.

Бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтеп, «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» конкурсында 93-сө физика-математика лицейының немец теле уҡытыусыһы Алена Кнауб еңеүсе булды.

«Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» номинацияһында 45-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эмиль Сәғитов еңеү яуланы.

«Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2023» конкурсының «Педагогик өмөт» номинацияһында 9-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ильяс Һағынбәков еңеүсе тип танылды.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: