Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Февраль 2023, 14:30

Хеҙмәт кешеһе ҡайҙа ла үҙенә юл яра…

Өфө нефть һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетында  үткән «IT-карьера көнө» тип аталған кадрҙар форумы һәм  Инновацион марафон – миндә тап ошондай фекер тыуҙырҙы.

Сөнки һан технологияларының интенсив үҫеше һәм таралауы һуңғы йылдарҙа иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең мөһим тармаҡтарын һиҙелерлек үҙгәртә. ӨНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һуңғы бернисә йылда һанлы иҡтисад өсөн IТ –кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бирә: математика һәм мәғлүмәт технологиялар факультетында 3D-моделләү һәм анимация, виртуаль һәм тулыларндырылған ысынбарлыҡ, яһалма интеллект һәм һан ҡуштарын (аҙаштарын) булдырғандар, үтмәле һанлы технологиялар буйынса бакалаврҙар һәм магистрҙар әҙерләүҙең яңы йүнәлештәрен асҡандар. Шулай уҡ бизнес, коммерция предприятиелары һәм ойошмалары, социаль өлкә учреждениелары  өсөн һанлы продукттарҙы эшкәртеү буйынса «Кибер-102» хакатоны даими үткәрелеп тора. Сараның рәсми өлөшөн уҡыу йортоноң математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты деканы Руслан Кәримов асты һәм форум эшенә уңыштар теләне. Форумда ҡатнашыусылар алдында шулай уҡ уҡыу йортоноң Стәрлетамаҡ филиалы директоры урынбаҫары Александр Потапов, БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары  Рәсүл Таипов, «Башҡортостан  Республикаһында инновацияларға ярҙамлашыу үҙәге» автоном коммерция булмаған йәмғиәт директоры Руслан Шаймөхәтов сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһанылар. Ҡунаҡтар әлеге сараларҙың эш менән тәьмин итеүселәргә кадрҙар составын булдырырға, ә сығарылыш студенттарына буласаҡ һөнәрҙәрен һайларға мөмкинлек бирә тип, билдәләнеләр. Күпселек ойошмалар бизнес-процестарын һанлы мөхиткә күсерергә тырышалар. Шул рәүешле артығын һиҙелерлек кәметеп,иҡтисади эшмәкәрлек күләмдәрен һәм үҙҙәренең конкурентлыҡ өҫтөнлөгөн һәүетемсә арттыралар. Әлеге кадрҙар форумы һәм инновациялар марафоны, беренсе сиратта һанлы  трансформация шарттарында эш биреүселәр тарафынан IТ –кадрҙарҙа мохтажлыҡты асыҡлауҙы, шулай уҡ IТ өлкәһендәге йәш белгестәрҙе республика компанияларына эшкә урынлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Сарала барлығы 17 республика компаниялары һәм шул компанияларҙың 45 вәкиле ҡатнашты. Юғары уҡыу йорттарынан һәм колледждарҙан сараға 218 студент килгәйне. Форум сиктәрендә уҡыу йортоноң спорт залында предприятие, ойошмалар һәм төрлө компанияларҙың күргәҙмәләре лә ойошторолғайны. Студенттарға «Газпром нефть химияһы Салауат» яуаплығы сикләнелгән йәмғиәт, «БСК», «Салауат быяла», «Уфанет» акционерҙар йәмғиәттәре вәкилдәре менән аралашырға мөмкин булды. Шулай уҡ PЕDANТ.RU сервис үҙәгенән, Октябрьск ҡалаһының Пакер фәнни производство  фирмаһынан һәм башҡа ойошмаларҙан килеүселәр менән  шунда уҡ анкета тултырып, килешеү нигеҙендә эшле булырға ла мөмкин ине. Ғөмүмән эш биреүселәр менән эшкә урынлашырға теләүселәр араһында ирекле  аралашыу булды. Студенттар һәр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап ала алды.Форум сиктәрендә  «түңәрәк өҫтәл» ултырышы булды. Һүҙ Башҡортостан Республикаһы инновацион предприятиеларының, инновацион продукцияларының һәм хеҙмәттәренең реестрын булдырыу, инновацион компаниялар өсөн инновацияларға ярҙамлашыу фондының грант конкурстары тураһында барҙы.  Шул уҡ ваҡытта инновацион проекттарҙы үҫтереүҙә сәнәғәт предприятиелары өсөн тәҡдимдәр тураһында, нисек итеп урта һәм эре предприятиеларға инновацион үҫештән табыш(аҡса) алырға тигән һорауҙар ҙа күтәрелде. Шулай итеп төрлө өлкәгә ҡараған эшмәкәрлектең һанлы трансформацияһы, тәү сиратта, үтемле һанлы технологиялар менән эшләү һәләте булған кадрҙар талап итә. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илебеҙ, шул иҫәптән Башҡортостан да IТ- белгестәргә ҡытлыҡ кисерә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кадрҙар форумы һәм Инновацион марафон эш менән тәьмин итеүселәр һәм маҡсатлы эш эҙләгән йәш белгестәр араһына өмөтлө күпер һуҙғандай булды.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән алынды.
 

.

 

 

Хеҙмәт кешеһе ҡайҙа ла үҙенә юл яра…
Хеҙмәт кешеһе ҡайҙа ла үҙенә юл яра…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: