Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Март 2023, 16:00

Башҡортостанда өс белем биреү кластеры булдырыла

Улар химия, тау-байыҡтырыу һәм машиналар эшләү колледждарында ойошторола. Кластерҙар “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы асыла. Улар Стәрлетамаҡ һәм Учалы ҡалаларында урынлаша.

Башҡортостанда өс белем биреү кластеры булдырыла
Башҡортостанда өс белем биреү кластеры булдырыла

 “Беҙ ил бюджетынан 300 миллион һум йәлеп иттек. Башҡортостан хөкүмәте һәм республика предприятиелары ла ошондай сумма бүлә”, - тип белдерҙе Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Уҡытыу программаһы эш биреүсе ҡуйған талаптарға яраҡлаштырылған.  Белем биреү кластерҙарына йыл һайын федераль ҡаҙнанан бер нисә миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡарала.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас: